Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ үҙенең милли лидеры янында берләште

Әммә беҙҙең кешеләр менән көс телендә һөйләшеү мөмкин түгел: баҫым көслөрәк булған һайын ҡаршылыҡ нығыраҡ, тигән фекерҙә Константин Толкачев. 

Халыҡ үҙенең милли лидеры янында берләште
Халыҡ үҙенең милли лидеры янында берләште

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Президентын һайлау буйынса үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. 

– Рәсәй Президентын һайлау ваҡиғаһы һәм ғәмәлдәге Президенттың ышаныслы еңеүе йәмғиәттең милли лидеры янында быға тиклем булмағанса берләшеүен күрһәтте. Башҡортостан кешеләре лә Владимир Путинды хупланы. Уның вәкәләттәре дауам итһен өсөн һайлаусыларҙың 90 проценты тауыш бирҙе. Хәҙерге Рәсәй тарихында быға тиклем бер ҡасан да һайлау ошо тиклем деструктив көстәр баҫымы аҫтында үткәне булманы. Әммә беҙҙең кешеләр менән көс телендә һөйләшеү мөмкин түгел: баҫым көслөрәк булған һайын ҡаршылыҡ нығыраҡ. Шуға күрә илебеҙҙең сиктәш төбәктәрендә һәм яңы биләмәләрендә лә Владимир Путин бик ҙур хуплау алды. Был көндәрҙә беҙ Президент һайламаныҡ, беҙ дәүләт сәйәсәте: илдең оборона ҡеүәтен нығытыуға, үҙенең суверенлы үҫеш юлын дауам итеүгә, традицион ҡиммәттәргә “эйе” тип әйттек. Халыҡ көслө һәм бойондороҡһоҙ Рәсәй, тотороҡлоҡ һәм ғәҙеллек өсөн тауыш бирҙе, - тине ул. 

Фото:"Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: