Бөтә яңылыҡтар

Рекордлы тауыш биреү

Волга буйы федераль округы төбәктәрендә Рәсәй Президентын һайлауға йомғаҡ яһалды.

Рекордлы тауыш биреү
Рекордлы тауыш биреү

Рәсәйҙә Ил Президентын һайлау тамамланды. РФ Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй буйынса уртаса тауыш биреү 77,4 процент тәшкил итә. Был һандарға Волга буйы федераль округының 14 төбәге ҙур өлөш индерҙе, унда дәүләт башлығын һайлауҙа ҡатнашыу һайлаусыларҙың 78,6 процентын тәшкил итте.

Иң әүҙем тауыш биреүселәр – Һарытау өлкәһе (91,6 процент), Башҡортостан Республикаһы (90,9 процент) һәм Пенза өлкәһе (89,9 процент) халҡы. Владимир Путинды яҡлауҙың абсолют ҡиммәттәре буйынса Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбенә Башҡортостан – дүртенсе урын, Татарстан – бишенсе урын һәм Түбәнге Новгород өлкәһе – туғыҙынсы урын. Шулай итеп, Волга буйы федераль округы төбәктәрендә ғәмәлдәге дәүләт башлығы өсөн 15 миллион самаһы кеше тауыш бирҙе, был 2018 йыл һөҙөмтәһенән өс миллионға тиерлек күберәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 мартта Түбәнге Новгородта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров дәүләт Башлығын һайлауҙа тауыш бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, Президент һайлауҙары – илдең алдағы алты йылда нисек үҫешәсәген билдәләүсе төп сәйәси ваҡиға.

Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге Президенты Владимир Владимирович Путин һайлауҙарҙа башҡа кандидаттарҙан ҙур айырма менән ышаныслы еңеү яулай. Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙең тауыштары түбәндәгесә бүленде: Владимир Путин – 87,36 процент; Николай Харитонов – 4,8 процент; Леонид Слуцкий – 3,33 процент; Владислав Даванков – 3,27 процент. Эксперттар әйтеүенсә, был һайлаусыларҙың Владимир Путиндың хеҙмәтенә һәм уның элекке йылдарҙағы эшенә мөнәсәбәте һөҙөмтәһе, шулай уҡ Президент тарафынан Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә тәҡдим ителгән илде үҫтереү программаһын хуплау.

Округта граждандарға үткән һайлауҙар тураһында мәғлүмәт биреү буйынса ҙур кампания үткәрелә. “ИнформУИК” проекты Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙең 77 проценттан ашыуын (Рәсәй буйынса уртаса 76 процент) үҙ эсенә алған. Уңайлы һәм хәүефһеҙ тауыш биреү өсөн шарттар булдырылған дистанцион электрон тауыш биреү һәм мобиль һайлаусы, улар менән округтың 1,5 миллион самаһы кешеһе файҙаланған.

Волга буйы федераль округында тауыш биреү барышын кандидаттарҙан, сәйәси партияларҙан һәм йәмәғәт палаталарынан 82 меңдән ашыу күҙәтеүсе, шулай уҡ 120 халыҡ-ара күҙәтеүсе контролдә тота. Һайлау кампанияһының легитимлығын арттырыу буйынса күрелгән саралар 2018 йылғы Рәсәй Президент һайлауы менән сағыштырғанда ялыуҙар һанын ике тапҡырға һәм 2021 йылғы Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау менән сағыштырғанда 10 тапҡырға кәметергә мөмкинлек бирҙе.

Фото: kremlin.ru

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

 

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: