Бөтә яңылыҡтар

Тәүге һөҙөмтәләр билдәле

Әлегә Владимир Путин күпкә алда бара.

Тәүге һөҙөмтәләр билдәле
Тәүге һөҙөмтәләр билдәле

Рәсәй Президенты һайлауҙары тамамланды, һайлау участкаларында тауыштарҙы иҫәпләү бара.

Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, протоколдарҙың 35 процентын эшкәрткәндән һуң Владимир Путиндың 87,4 процент тауыш йыйғаны билдәле, икенсе урында – Николай Харитонов (4,05 процент), артабан – Владислав Даванков (3,89 процент), Леонид Слуцкий (3,04 процент) килә.

Фото: vk.com/cikrussia.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: