Бөтә яңылыҡтар

Һынауҙы лайыҡлы үттек

Башҡортостан Башлығы һайлауға йомғаҡ яһаны. 

Һынауҙы лайыҡлы үттек
Һынауҙы лайыҡлы үттек

18 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға яҡынса йомғаҡ яһаны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөтә илдә тауыш биреү өс көн барҙы – 15 марттан 17-һенә тиклем.

Башҡортостан буйынса һайлауға килеү күрһәткесе 83 проценттан ашыу тәшкил итте, ә ғәмәлдәге Рәсәй Президенты Владимир Путин өсөн тауыш биреүселәр һаны 90 проценттан ашты, тип хәбәр итте республика етәксеһе.

– Был тауыш биреү, асылда, бөтөн йәмғиәтебеҙ өсөн ғәжәп берләшеү сағылышы булды. Тәү сиратта һайлау участкаларына яҡшы кәйеф менән килгән һәм аҡыллы һайлау үткәргән Башҡортостан халҡына рәхмәт әйткем килә. Илдең ҡаҙаныштары һәм уның киләсәге берҙәм эшебеҙгә, һәм, әлбиттә, уның лидеры Владимир Владимирович Путинға, алып барған сәйәсәткә бәйле булыуын аңлайбыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Алда беҙҙе алты матур йыл көтә. Беҙ һеҙҙең менән Президенттың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләгән пландарын күрҙек. Ә мин Мөрәжәғәтнамәлә әйтелгәндең барыһы ла эшләнәсәгенә ышанам. Сөнки ул уйланылған, иҫәпләнгән һәм реаль иҡтисади мөмкинлектәргә таяна. Алда беҙҙе бик яҡшы эштәр көтә. Әлбиттә, беҙҙе еңеү көтә. Яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операциянан иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына, төбәктең идара итеү командаһына һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына һайлауҙарҙың ойошҡанлы һәм уңайлы шарттарҙа үткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Дөйөм алғанда, Башҡортостандың һайлау комиссиялары системаһы “бишле”гә эшләне. Бер ниндәй ҙә ялыуҙар булманы тиерлек, киҫкен хәл-ваҡиғалар булманы. Шуның өсөн һайлауҙы ойоштороуҙа ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә лә ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ ҡеүәтле мәғлүмәти һөжүмгә уңышлы ҡаршы тора алдыҡ. Ә тауыш биреү барышына ҡамасаулаған ынтылыштар һайлау комиссиялары ағзаларының, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм һайлаусыларҙың үҙҙәренең ҡылыҡтары менән ваҡытында бөтөрөлдө. Республика участкаларында күҙәтеүселәр күп булды, уларҙың бер нисә меңен беҙҙең Йәмәғәт палатаһы әҙерләне. Парламент партияларының төбәк бүлексәләре һәйбәт эшләне – КПРФ, ЛДПР, “Яңы кешеләр”. Райондарға сығып, тауыш биреү барышы менән урында танышҡан сит ил күҙәтеүселәре лә булды. Дөйөм алғанда был республика тормошонда мөһим этап булды, һәм беҙ уны лайыҡлы үттек.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: