Бөтә яңылыҡтар

"Һайлау күрһәтеүенсә, Рәсәй бөгөн бер ҙур, дуҫ ғаилә"

Владимир Путин бишенсе тапҡыр Рәсәй Президенты итеп һайланды.

"Һайлау күрһәтеүенсә, Рәсәй бөгөн бер ҙур, дуҫ ғаилә"
"Һайлау күрһәтеүенсә, Рәсәй бөгөн бер ҙур, дуҫ ғаилә"

21 мартта Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының 163-сө ултырышы үтте, унда 17 мартта тәғәйенләнгән Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау һөҙөмтәләре тураһында йомғаҡлау протоколына ҡул ҡуйылды. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау һөҙөмтәләрен раҫлағандан һуң, 21 мартта, Владимир Путин Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте.

“Бөгөн Рәсәй Президентын һайлау буйынса тауыш биреүгә рәсми йомғаҡ яһалды. Илебеҙ, йәмғиәт, граждандар өсөн үтә мөһим һайлау кампанияһы тамамланды.

Һәр кандидаттың конкрет мәсьәләләрҙе хәл итеүгә үҙ ҡарашы булды. Бөтә конструктив тәҡдимдәрҙе, һайлаусыларҙа яңғыраған бөтә идеяларҙы ил үҫеше мәнфәғәтендә дөйөм эшебеҙҙә мотлаҡ ҡулланасаҡбыҙ.

Үткән кампания көсөргәнешле һәм үтә яуаплы булды, сөнки, дөйөм әйткәндә, беҙ Рәсәйҙең артабан барыр юлын һайланыҡ, үҙебеҙ һәм балаларыбыҙ өсөн киләсәк һайланыҡ. Был ваҡиғаның әһәмиәтен һайлауға килгән һайлаусыларҙың күпселеге аңлай.

Кемгә генә тауыш бирһәгеҙ ҙә, тауыш биреүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла тағы бер тапҡыр рәхмәт белдерәм. Иң мөһиме, һеҙ үҙегеҙҙең гражданлыҡ бурысығыҙға ихтирам менән ҡарауығыҙҙы, һайлау иркен һәм үҙ тауышығыҙҙы ҡәҙерләүегеҙҙе иҫбатланығыҙ, ә һеҙҙең һәр тауышығыҙ, ҡабатлайым, ҙур әһәмиәткә эйә булды.

Ҡәҙерле дуҫтар!

Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт. Был минең өсөн һайлауҙа рәсми еңеүгә ҡарағанда мөһимерәк. Был илебеҙҙең сәйәси һәм иҡтисади курсын, дөйөм һөҙөмтәләребеҙҙе яҡлау, улар, әлбиттә, күберәк булырға тейеш, әммә бөгөн үк Рәсәйҙе тағы ла көслөрәк һәм бойондороҡһоҙ итә.

Бөтә кимәлдәге һайлау комиссиялары эше тураһында ла бер нисә һүҙ. Һәр ваҡыттағыса, һеҙ аныҡ, грамоталы, асыҡлыҡ принциптарында һәм законға ярашлы эш иттегеҙ, ә беҙҙең тарихи биләмәләрҙә һайлау комиссиялары ағзалары һайлаусылар өсөн өлгө булып торҙо, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтте.

Ҡәҙерле дуҫтар!

Барығыҙға ла ышанысығыҙ өсөн рәхмәт. Уны аҡлау өсөн миңә бәйле булған бөтә нәмәне эшләйәсәкмен. Аңлайым, бындай ышаныс кимәле Рәсәй, халҡыбыҙ именлеге өсөн яуаплылыҡты арттыра, шәхсән үҙемдән дә, бөтә командабыҙҙан да тағы ла күберәк файҙа һәм һөҙөмтәлелек талап итә.

Күптән түгел Мөрәжәғәтнамәлә һөйләгән ҙур милли проекттар һәм программалар тормошҡа ашырылһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.

Һайлау күрһәтеүенсә, Рәсәй бөгөн бер ҙур, дуҫ ғаилә. Беҙ һайлаған тарихи юл буйлап бергә барабыҙ. Үҙ-үҙеңә, үҙ көсөңә һәм киләсәгеңә ышанабыҙ.

Рәхмәт һеҙгә”, – тип белдерҙе Владимир Путин.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы иғлан иткән Президент һайлауының һуңғы һөҙөмтәләре буйынса һайлауҙа 87 575 075 кеше тауыш биргән, йәғни тауыш биреү хоҡуғы булған граждандарҙың 77,49 процентын тәшкил итә.

Кандидаттар өсөн тауыштар түбәндәгесә бүленде:

Владимир Путин (үҙ-үҙен күрһәтеүсе) — 87,28 процент (76 277 708 тауыш);

Николай Харитонов (КПРФ) — 4,31 процент (3 768 470 тауыш);

Владислав Даванков (“Яңы Кешеләр”) — 3,85 процент (3 362 484 тауыш);

Леонид Слуцкий (ЛДПР) – 3,2 процент (2 795 629 тауыш).

Илебеҙҙең тарихында Владимир Путин бишенсе тапҡыр Рәсәй Президенты итеп һайланды.

Фото: kremlin.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: