Бөтә яңылыҡтар

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы һуңғы һөҙөмтәләрҙе иғлан итте

Элла Памфилова:"Рәсәйҙең хәҙерге тарихында бындай һөҙөмтәләр әлегә булмаған, был – легитимлыҡ күрһәткесе".

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы һуңғы һөҙөмтәләрҙе иғлан итте
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы һуңғы һөҙөмтәләрҙе иғлан итте

21 мартта Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының 163-сө ултырышы үтте, унда 17 мартта тәғәйенләнгән Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау һөҙөмтәләре тураһында йомғаҡлау протоколына ҡул ҡуйылды.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова хәбәр итеүенсә, һайлаусылар исемлегенә бөтәһе 113 011 059 кеше индерелгән. Һөҙөмтәлә Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа 87 575 075 һайлаусы ҡатнашҡан (дөйөм һандың 77,49 проценты). Уларҙың 2,6 миллионға яҡыны – ваҡытынан алда, 388 791 кеше – сит илдәрҙә ойошторолған һайлау участкаларында һәм 7910 кеше Калининград, Ленинград һәм Псков өлкәләрендәге сик буйы һайлау участкаларында тауыш биргән.

Һигеҙ миллиондан ашыу кеше федераль һәм Мәскәү платформаларында дистанцион электрон тауыш биреү менән файҙаланған. 5,1 миллиондан ашыу һайлаусы “Мобиль һайлаусы” механизмы аша урынлашҡан урыны буйынса тауыш биреү тураһында ғариза биргән.

Тауыш биреү йомғаҡтары тураһында 94 243 протокол мәғлүмәттәре нигеҙендә Владимир Путин өсөн 76 миллиондан ашыу һайлаусы тауыш биргәнлеге асыҡлана.

– Рәсәйҙең хәҙерге тарихында бындай һөҙөмтәләр әлегә булмаған, был – легитимлыҡ күрһәткесе. 2018 йылдан ғәмәлдәге дәүләт башлығы өсөн тауыш бирергә ҡарар иткән һайлаусылар һаны 20 миллионға артҡан! Ул саҡта абсолют мәғәнәлә Владимир Путин өсөн 56 426 399 һайлаусы тауыш бирҙе, − тип билдәләне Элла Памфилова.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙы ғәмәлдә тип таныны.

Комиссия Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына Путин Владимир Владимировичты һайланған тип иҫәпләргә ҡарар итте, уның өсөн 76 277 708 һайлаусы тауыш биргән, был 87,28 процент тәшкил итә, йәғни тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һайлаусыларҙың яртыһынан ашыуы.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары протоколға, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова һәм Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Наталья Бударина Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау һөҙөмтәләре тураһында йыйылма таблицаға ҡул ҡуйҙы.

Фото: cikrf.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: