Бөтә яңылыҡтар

Партия яңы һайлауға әҙерлек башланы

“Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк сәйәси советы Президиумы ултырышында Башҡортостанда алдан тауыш биреүгә старт бирелде.

Партия яңы һайлауға әҙерлек башланы
Партия яңы һайлауға әҙерлек башланы

Бөгөн, 25 мартта, партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев рәйеслегендә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк сәйәси советы Президиумы ултырышы үтте.

Унда 2024 йылда республикала алдан тауыш биреү үткәреүгә старт бирелде. Башҡортостанда муниципаль депутаттарҙы һайлау, шулай уҡ 54-се округ буйынса республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлау уҙасаҡ.

“Берҙәм Рәсәй” партияһынан 54-се округ буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙа депутатлыҡҡа кандидат итеп күрһәтеү өсөн кандидатуралар буйынса алдан тауыш биреү тураһында “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк сәйәси советы етәксеһе Руслан Насретдинов һөйләне.

– Ошо округ биләмәһендә теркәлгән бөтә һайлаусылар ҙа тауыш бирә ала. Ә тауыш биреү 20 – 26 майҙа махсус сайтта электрон форматта үтәсәк. Һайлаусылар 15 апрелдән 24 майға тиклем “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша теркәлә ала. Кандидаттарҙы күрһәтеү 25 апрелгә тиклем барасаҡ. Кәрәкле документтарҙы алдан тауыш биреү сайты аша электрон төрҙә лә тапшырырға мөмкин, – тип хәбәр итте Руслан Фәнәүис улы.

Көн тәртибендә “Берҙәм Рәсәй” партияһынан кандидаттар күрһәтеү өсөн кандидатуралар буйынса алдан тауыш биреүҙе үткәреүгә әҙерлек менән бәйле ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды. Шул иҫәптән, алдан тауыш биреүҙе үткәреү буйынса ойоштороу комитетын ойоштороу, шулай уҡ уның персональ составы тураһында ла.

Сентябрҙә республикала урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау ҙа үтәсәк. Дөйөм алғанда, 1600-ҙән ашыу депутат мандатын алмаштырыу буйынса 113 һайлау кампанияһы көтөлә. Кандидаттар иҫәбенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеүгә айырыуса иғтибар бүлеү планлаштырыла.

– Бөгөн беҙ президиум ултырышын үткәрҙек, унда йәнә бер тапҡыр партияның республикабыҙ биләмәһендә үткән бөтә һайлау компанияларында мотлаҡ ҡатнашасағын билдәләнек. Беҙ ойоштороу комитетының составын һәм тауыш биреүҙең электрон форматта уҙғарылыуын билдәләнек, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡағыласаҡ льготаларҙы ҡараныҡ. Был кешеләрҙең мотлаҡ праймеризда ҡатнашыуын теләйбеҙ. Урындағы һайлауҙарға килгәндә, беҙ урындағы сәйәси советтарға алдан тауыш биреү хоҡуғын тапшырҙыҡ, барыһы ла устав талаптарына ярашлы үтер, тип ышанам, –  тип билдәләне Константин Толкачев.

Текст һәм фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының матбуғат хеҙмәте.

Партия яңы һайлауға әҙерлек башланы
Партия яңы һайлауға әҙерлек башланы
Партия яңы һайлауға әҙерлек башланы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: