Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Апрель , 22:15

Башҡарылған эштәр бихисап, пландар тағы ла күберәк

Республиканың идара итеү командаһы коронавирус пандемияһы һәм махсус хәрби операция ваҡытында эште бик һөҙөмтәле төҙөнө, тине спикер. 

Башҡарылған эштәр бихисап, пландар тағы ла күберәк
Башҡарылған эштәр бихисап, пландар тағы ла күберәк

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашты. Унда республика үҫеше өсөн мөһим булған бик күп мәсьәләләр күтәрелде. Шул иҫәптән социаль бурыстарҙы үтәү тураһында.

Мәҫәлән, республикала дәүләт башлығының алданған өлөшсөләрҙең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса йөкләмәһе тулыһынса үтәлде. Юридик һәм иҡтисади саралар комплексын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә 2017 йылдан республикала 14 866 кешенең хоҡуғы тергеҙелгән.

– Владимир Владимирович, алданған өлөшсөләр өсөн рәхмәт әйткем килә. Республикала был шундай яралы урын булды, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ ошо мәсьәләне хәл иттек. 136 проблемалы объекттың яртыһы төҙөлөп бөттө, яртыһы буйынса түләүҙәр башҡарылды.

Төбәк етәксеһе һаулыҡ һаҡлау системаһы үҫеше тураһында ла хәбәр итте. Тармаҡҡа ярҙам күрһәтеү арҡаһында төбәктә сабыйҙар үлеме, шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм башҡа ауырыуҙар менән сирләү күрһәткестәре кәмей. Ә республикала уртаса ғүмер оҙонлоғо былтыр тәүге тапҡыр 73 йәштән уҙҙы.

– Беҙҙә күп балалы ғаиләләр ҙә күбәйҙе, - тип өҫтәне Радий Хәбиров. – Ғаиләләрҙә өсөнсө, дүртенсе балалар тыуа. Булған ярҙам саралары бик һөҙөмтәле эшләй.

Башҡортостан Башлығы Рәсәй Президентына мәктәптәр, колледждар һәм балалар баҡсалары биналарын ремонтлау программалары өсөн рәхмәт белдерҙе. Был белем биреү учреждениеларының матди базаһын нығытырға һәм төрлө предметтарҙы һәм дисциплиналарҙы уҡытыу методикаһын камиллаштырырға булышлыҡ итәсәк.

Шуны билдәләп үтәйек: 2022 йылдан уҡыу йорттарын капиталь ремонтлау президент программаһы буйынса республика мәктәптәренең 140 бинаһы ремонтланды. Төбәк ярҙамы менән 27 урта һөнәри белем биреү учреждениеһының уҡыу корпустары тәртипкә килтерелде.

Социаль сәйәсәттең тағы бер йүнәлеше – фәнде һәм юғары белем биреүҙе үҫтереү. Мәҫәлән, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары “Өҫтөнлөк-2030” федераль программаһында әүҙем ҡатнаша.

– 2019 йылда уҡ һеҙҙең менән осрашҡанда, тап университеттар йәһәтенән булышлыҡ итеүҙе һорағайным. Беҙ тормошҡа ашырҙыҡ. Беҙҙә “Өҫтөнлөк” программаһы буйынса өс вуз, лабораториялар, йәштәр һәм мегалабораториялар бар, – тине Радий Хәбиров. - Бөтә рейтингтарҙа ла беҙҙең юғары белем биреү системаһы насар күренмәй, һәм йәштәр килде. Беҙ тап студенттар, аспиранттар һәм йәш уҡытыусылар өсөн программа әҙерләнек, стажировка үтеү йәки торлаҡ шарттарын яҡшыртыу: ипотеканың беренсе өлөшөн йәки торлаҡты ҡуртымға алыу өсөн йылына 200 миллион һум бүләбеҙ. Был мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ.

Дәүләт башлығы һәм Рәсәй Хөкүмәте булышлығында Өфөлә вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө проектын ғәмәлгә ашыралар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың февраль башында Владимир Путин 37 мең квадрат метр майҙандағы яңы объекттың – IQ-парктың беренсе сиратына старт бирҙе.

Башҡортостан Башлығы Рәсәй Президентын кампустың икенсе сираты менән таныштырҙы, уның майҙаны 103 мең квадрат метр тәшкил итәсәк.

Бөгөнгө осрашыу буйынса үҙ фекере менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының Өҫтәмә белем биреү һәм инновацион үҫеш департаменты начальнигы, 2024 йылда һайлау кампанияһы барышын һәм һайлауҙа тауыш биреүҙе күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ағзаһы Тимур Вәлитов уртаҡлашты.

– Владимир Владимирович Путин эшлекле осрашыуҙа Радий Хәбировтың эшмәкәрлеген юғары баһаланы һәм бөтә билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уның республикала эшен дауам итеү теләген хупланы. Был Президенттың Радий Хәбировҡа тулыһынса ышаныуы хаҡында һөйләй.

Ысынлап та, биш йыл эсендә республикала бик күп эштәр башҡарылды – инвестициялар йәлеп итеү буйынса лидерҙар, Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө тамамланды, парктар, яңы үҙәктәр иҫәбенә райондар һәм ҡалалар үҙгәрҙе. Республиканың идара итеү командаһы коронавирус пандемияһы һәм махсус хәрби операция ваҡытында эште бик һөҙөмтәле төҙөнө.

Шулай уҡ билдәләнгән проекттар байтаҡ, уларҙы аҙағынаса еткерергә кәрәк. Был ҡатмарлы заманда Радий Хәбировтың кандидатураһын алмаштырыусы кеше юҡ, – тине ул.

Фото: шәхси архивтан. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: