Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Апрель , 23:50

Диндең рухи-әхлаҡи тәрбиәлә йоғонтоһо ҙур

“Башҡортостан Республикаһында выждан һәм дин тотоу азатлығы тураһында” закон нисек ғәмәлгә ашырыла?

Диндең рухи-әхлаҡи тәрбиәлә йоғонтоһо ҙур
Диндең рухи-әхлаҡи тәрбиәлә йоғонтоһо ҙур

Рәсәй Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының 3-сө Холоҡ төҙәтеү колонияһында Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеттың күсмә ултырышы үтте.

Сарала Комитет рәйесе Рөстәм Ишмөхәмәтов, Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Вячеслав Пятков, республика Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет кәңәшсеһе Руслан Бакаев, Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Михаил Закомалдин, Рәсәй православие сиркәүе Бөрө епархияһының “Рухи матурлыҡ” рухи-ағартыу үҙәге автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры урынбаҫары Оксана Батурина, Р.Г. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының Сәйәси фәндәр институты профессоры, доктор Регина Мөхәмәтйәнова-Дуггал, Өфө епархияһының төрмә хеҙмәте бүлеге етәксеһе иерей Анатолий Киселев, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының төрмә хеҙмәте кураторы Инсаф Искәндәров, шулай уҡ комиссия ағзалары һәм республиканың енәйәт-башҡарыу ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Ултырыш башланыр алдынан сарала ҡатнашыусылар холоҡ төҙәтеү учреждениеһы биләмәһендә урынлашҡан мәсеткә һәм ғибәҙәтханаға барҙы, хөкөм ителгәндәрҙе тотоу шарттары менән танышты, отрядтың йоҡо бүлмәһендә булды, шулай уҡ ашхананы ҡараны.

Тамаша залында эксперт комиссияһы ултырышы үтте, унда яҡтар “Башҡортостан Республикаһында выждан һәм дин тотоу азатлығы тураһында” законды ғәмәлгә ашырыу барышында килеп тыуған мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Сығыш яһаусылар диндең рухи-әхлаҡи тәрбиәлә мөһим ролен, имандың хөкөм ителгәндәрҙе төҙәтеүгә йоғонтоһон, шулай уҡ төрмәлә ултырған кешеләргә ғәҙәти тормошҡа аяҡҡа баҫыуҙа ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә ресурстарҙы бергәләп файҙаланыу кәрәклеген билдәләне.

Бынан тыш, доклад менән Диндарҙар менән эште ойоштороу буйынса идаралыҡ начальнигы ярҙамсыһы Александр Петров сығыш яһаны, ул 2023 йылда традицион дини конфессиялар менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.

Ултырыш тамамланғас, эксперт советы ағзалары ултырышҡа йомғаҡ яһаны, 2024 йылға эш планын билдәләне һәм Идаралыҡтың Рәсәй өсөн традицион дини берләшмәләр менән хеҙмәттәшлеген артабан камиллаштырыу буйынса саралар билдәләне.

Фото: Рәсәй Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Диндең рухи-әхлаҡи тәрбиәлә йоғонтоһо ҙур
Диндең рухи-әхлаҡи тәрбиәлә йоғонтоһо ҙур
Диндең рухи-әхлаҡи тәрбиәлә йоғонтоһо ҙур
Диндең рухи-әхлаҡи тәрбиәлә йоғонтоһо ҙур
Диндең рухи-әхлаҡи тәрбиәлә йоғонтоһо ҙур
Диндең рухи-әхлаҡи тәрбиәлә йоғонтоһо ҙур
Диндең рухи-әхлаҡи тәрбиәлә йоғонтоһо ҙур
Диндең рухи-әхлаҡи тәрбиәлә йоғонтоһо ҙур
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: