Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Апрель , 16:00

Башҡа өлкәләрҙән һалдаттар аптырай ҙа, ғәжәпләнә лә

Хәмзә хәҙрәт МХО-ла башҡарылған эштәр тураһында һөйләне һәм халыҡты Ураҙа байрамы менән тәбрикләне. 

Башҡа өлкәләрҙән һалдаттар аптырай ҙа, ғәжәпләнә лә
Башҡа өлкәләрҙән һалдаттар аптырай ҙа, ғәжәпләнә лә

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа махсус хәрби операцияға ярҙам саралары хаҡында һөйләне.

– Беҙҙең өсөн был - хәҙер төп бурыс. Республикала эште шундай итеп ҡорҙоҡ, беҙҙә, ысынлап та, мөһимерәк мәсьәлә юҡ. Был, тәү сиратта, яугирҙәргә ярҙам. Башҡортостандан байтаҡ егеттәр һуғыша, – тине Радий Хәбиров. – Бөтә төбәктәр ҙә бер-беребеҙҙән өйрәнәбеҙ, шуға күрә үҙебеҙ ниндәй ярҙам саралары күрһәтә алыуыбыҙҙы барланыҡ. Ике йыл эсендә ярҙамға ете миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек.

Был эштең нисек ойошторолоуы тураһында махсус хәрби операция биләмәһендә беҙҙең һалдаттарҙың рухи таянысы булған рухани - Хәмзә хәҙрәт Хафизов менән аралаштыҡ.

– Радий Хәбиров Владимир Путин менен осрашып, республикала киләһе биш йыллыҡҡа план ҡорҙо тип тә әйтергә була. Алдағы йылдар ҙа еңел булмаҫ кеүек. Әле Башҡортостан ҙур төҙөлөш майҙансығына оҡшаған, ҡайҙа ҡарама юлдар, күперҙәр, өйҙәр төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта республика әүҙем рәүештә махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатнаша.

Беҙ илдә тәүгеләрҙән булып милли батальондар төҙөп ебәрҙек, яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә бик әүҙем матди ярҙам күрһәтелә. Был изге эшкә бөтә республика халҡы ҡушылған, даими рәүештә гуманитар ярҙам йыйыла. Мин был йәһәттән Башҡортостанды бөтә төбәктәр араһында лидер тип баһалайым, иң күбе ылау беҙҙән ебәрелә.

Яңыраҡ ҡына 119-сы гуманитар ылау барып етте. Үҙебеҙ шунда йөрөгәс, күреп торабыҙ. Башҡортостан нимә генә ебәрмәй. Ҙур-ҙур йөк машиналары менән дә килә, шәхсән кешеләр ҙә килтерә. Ябай халыҡ берләшеп селтәрҙәр үрә, бейәләй, ойоҡ бәйләй, окоп шәмдәре эшләй, балалар хаттар ебәрә.

Башҡортостан халыҡы ла, Хөкүмәт тә был йәһәттән бик яҡшы эшләй. Беҙҙең халыҡ берҙәм. Етәксеһе ниндәй, халыҡ та шундай тип әйтергә була. Барыһы ла етди контролдә тотола. Бының өсөн МХО биләмәһендә кәңәшселәр бар. Ошоға тиклем Азат Бадранов эштәрҙе ойоштора ине, ошо көндәрҙә кире республикаға ҡайтып эш башаны. Форсаттан файҙаланып, уға эшендә уңыштар теләйем. Ләкин ул бынан тегендәге эшен дауам итәсәк.

Радий Хәбиров үҙе лә МХО биләмәһенә күп тапҡыр килде, алғы һыҙыҡҡа тиклем барып етә торғайны. Үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйғаны ла күп булды. “Һеҙ бит иң төп сәп, дошман белеп ҡалһа, бөтә ҡоралдарын һеҙгә йүнәлтәсәк”, тинек. Тик ул ҡурҡа торған кеше түгел, тәғәйенләгән еренә барып етә ине. Һалдаттар янына килә, ҡосаҡлап ала, миҙал-ордендар, исемле бысаҡ, сәғәттәр тапшырып ҡайта. Башҡа өлкәләрҙән һалдаттар аптырай ҙа, ғәжәпләнә лә был күренешкә. “Беҙ үҙебеҙҙекен бер тапҡыр ҙа күргән юҡ, ә һеҙҙеке килә лә етә”, – тиҙәр.

Шулай уҡ Башҡортостан Красный Луч ҡалаһын шефлыҡҡа алды һәм унда бик ҙур эш башҡара. Петровское ҡалаһындағы генерал Шайморатов исемен йөрөткән 22-се иҫке мәктәпте бынамын тигән итеп ремонтланылар. Төрлө биналар, балалар баҡсалары төҙөкләндерелә, юлсыларыбыҙ юл һала, хатта асфальт заводы төҙөп ҡуйҙылар. Бында ла Башлыҡтың роле бик ҙур, уның бойороғо булмаһа, бер кем дә бармаҫ ине. Ундағы халыҡ беҙгә бик рәхмәтле. Беҙҙең республика һәм уның етәкселеге күрһәткән ярҙамды, башҡарған эштәрҙе һуҡыр ғына күрмәй.

Радий Фәрит улының ябайлығы күңелгә яҡын. Ул тәүге көндәрҙән миңә һәм отец Викторға үҙенең телефон һандарын бирҙе, кәрәк булыу менән шылтыратығыҙ, тине. Байрамдар менән ҡотлап СМС-хәбәрҙәр ебәреп торам, улар бер ҡасан да яуапһыҙ ҡалмай, ваҡытын таба.

Башлығыбыҙ менән ғорурланырға ҡала, киләһе биш йылда ла бергә эшләргә яҙһын, иң мөһиме һуғыш бөтһөн. Ә мин, форсаттан файҙаланып, бөтә мосолман ҡәрҙәштәрҙе Ураҙа байрамы менән ҡотлайым. Тотҡан ураҙалар ҡабул булһын, донъяға тыныслыҡ килһен, йөрәктәр таҙа булһын, егеттәр иҫән-һау ҡайтһын. Именлектә киләһе Рамаҙан айын да ҡаршыларға яҙһын, – тип изге теләктәрен әйтте Хәмзә хәҙрәт.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: