Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Апрель , 13:30

Владимир Путин иҡтисад үҫешен юғары баһаланы

Һуңғы биш йылда республика иҡтисадына инвестициялар 1,5 тапҡырға артты, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән ике тапҡырға юғары, тине республика етәксеһе.

Владимир Путин иҡтисад үҫешен юғары баһаланы
Владимир Путин иҡтисад үҫешен юғары баһаланы

Кисәге Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың осрашыуы барышында республика етәксеһе Башҡортостандың үҫеше тураһында һөйләне. Көтөлгәнсә, ҙур иғтибар иҡтисад тармағына бирелде. Владимир Путин Башҡортостандың иҡтисади үҫешен юғары баһаланы.

Республика Башлығы осрашыуҙа төбәкте үҫтереүҙең төп йүнәлештәре хаҡында һөйләне. Улар иҫәбендә – инвестициялар йәлеп итеү, сәнәғәткә ярҙам итеү, кластер сәйәсәте, дуҫ дәүләттәр менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу.

2023 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләме 620 миллиард һумдан ашҡан. 2022 йыл менән сағыштырғанда төп капиталға аҡса һалыу 7,6 процентҡа артҡан. Башҡортостан инвестициялар күләме буйынса Волга буйы федераль округында – өсөнсө, илдә 16-сы урынды биләй.

Һуңғы биш йылда республика иҡтисадына инвестициялар 1,5 тапҡырға артты, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән ике тапҡырға юғары, тине республика етәксеһе.

Башҡортостанда аҙна һайын тиерлек үткәрелгән “Инвестиция сәғәте” Владимир Путинда ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ошондай тематик кәңәшмәләр республика биләмәһендә яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә, тип билдәләне Радий Хәбиров.

– Һәр кесаҙна, ниндәй генә ваҡиғалар булыуына ҡарамаҫтан, Инвестиция комитетын йыям. Инвесторҙарҙы шәхсән үҙем ҡабул итәм, төрлө кешеләр килә, һәм беҙ шунда уҡ ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ. Беҙҙең алда 30 көн дауамында өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тәҡдим итергә һәм 60 көн дауамында ерҙе сауҙалашыуһыҙ биреү бурысы тора. Был – төп эш, – тине төбәк етәксеһе. – Бөтә муниципалитеттар ҙа кесе йома бәләкәйерәк кимәлде, йәғни инвестиция проекттарының муниципаль кимәлен ҡабул итеүгә йүнәлеш алған.

Радий Хәбиров республикала өҫтөнлөклө биләмәләрҙең эше һәм тармаҡ кластерҙарын үҫтереү тураһында ла һөйләне. Улар иҫәбендә – Стәрлетамаҡтың “Станоктар эшләү” ғилми-етештереү берекмәһе (“Ростех” дәүләт корпорацияһының “СТАН»” холдингына инә) базаһында ойошторолған яңы станоктар эшләү кластеры.

– "Ростех" та Сергей Викторович (Чемезов) менән осраштыҡ, бөтә йылдарҙа республикала тап станоктар эшләү кластерын булдырыу кәрәклеге тураһында һөйләштек, сөнки совет заманын Стәрлетамаҡта компетенциялар, ҙур станоктар эшләү предприятиеһы ҡалды, – тине республика етәксеһе. – Әле һөйләшеп килештек һәм проектлау эштәренә тотонабыҙ.

2026 йылдың тәүге яртыһында уҡ Стәрлетамаҡта эшкәртеүсе комплекстар өсөн станин ҡойоу эштәренә тотонорға ниәтләйҙәр. Әйткәндәй, был станоктарҙы Беларусь Республикаһынан да һатып алалар. Башҡортостанда станоктар эшләү кластерын булдырыуға бөтәһе ете миллиард һумдан ашыу инвестиция һалырға ниәтләйҙәр.

Дуҫ дәүләттәр менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу төбәк иҡтисады өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Тәү сиратта, Беларусь һәм Ҡаҙағстан илдәре менән.

– Беҙгә сәнәғәт компетенциялары мөһим, әлбиттә, – тине Радий Хәбиров. – Тап Рәсәй Сәнәғәт министрлығы менән Башҡортостан һәм Беларусь сәнәғәт кластерын булдырабыҙ. Туғыҙ ай эсендә иген киптергестәр етештереүсе предприятие төҙөнөк. Ошо уҡ компания (“АМКОДОР” холдингы) менән беҙ йыл аҙағына Башҡортостанда тәүге тапҡыр экскаваторҙар, грейдерҙар, бульдозерҙар (40 тонналы), тейәгестәр сығарасаҡбыҙ. Бында, аңлашылыуынса, инвестициялар күләме ярайһы уҡ күберәк. Беҙ Башҡортостанда эшләү ҡыҙыҡлы булырына ышандыра алдыҡ.

Республика Башлығы шулай уҡ 2024 йылда көҙгөһөн Өфөлә Рәсәй менән Ҡаҙағстандың ХХ Төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы үтәсәген иҫкә төшөрҙө һәм Рәсәй Президентын Башҡортостандың баш ҡалаһына саҡырҙы.

Владимир Путин төбәк үҫешенең ыңғай динамикаһын билдәләне.

– Радий Фәрит улы, дөйөм алғанда, барыһы ла яҡшы, пландар ҙа байтаҡ, һөҙөмтәләр ҙә һәйбәт, – тине дәүләт башлығы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: