Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Апрель , 14:30

"Башҡортостан халҡы менән ғорурланам һәм уларҙы хөрмәт итәм"

Петровское ҡалаһындағы М. Шайморатов исемендәге 22-се урта мәктәп директоры Гөлназ Серова Башҡортостан ярҙамын юғары баһалай. 

"Башҡортостан халҡы менән ғорурланам һәм уларҙы хөрмәт итәм"
"Башҡортостан халҡы менән ғорурланам һәм уларҙы хөрмәт итәм"

Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашҡайны. Унда төп темаларҙың береһе махсус хәрби операцияға һәм Рәсәйҙең яңы биләмәләренә ярҙам сараларына ҡағылды.

Төбәк етәксеһе яугирҙәр өсөн ярҙамдың әһәмиәтен билдәләне һәм ошо йүнәлеште артабан үҫтереү пландары хаҡында белдерҙе.

Башҡортостан Донбасс менән Луганск халыҡ республикаларына әүҙем ярҙам итә. Айырыуса Луганскиҙағы Красный Луч һәм Петровское ҡалалары беҙҙең иғтибар үҙәгендә. Петровское ҡалаһындағы М. Шайморатов исемендәге 22-се урта мәктәп директоры Гөлназ Серова был осрашыу һәм ярҙам тураһында үҙ фекерен белдерҙе.

– Петровское ҡалаһы халҡы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың кандидатураһын икенсе срокка күрһәтеүҙе хуплауына бик шат.

Радий Фәрит улы Донбасс менән Луганск халыҡ республикалары инфраструктураларын үҫтереүгә бик ҙур көс һала. 2022 йылда беҙҙең мәктәп тулыһынса төҙөкләндерелде.

Радий Фәрит улы үҙенең командаһына Красный Лучҡа ярҙам итергә генә ҡушып ҡалмай, үҙе шәхсән килә, эштәр барышын тикшереп тора. Башҡортостан ярҙамында беҙҙең мәктәп иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Яҡты кластар, киң спорт залы һәм физик культура менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡ бар.

Бөтә нәмәбеҙ ҙә бар кеүек, әммә республика беҙгә һәм Красный Лучтан хеҙмәттәштәребеҙгә китаптар, кәнсә тауарҙары һәм оргтехника ебәреүен дауам итә. Беҙ Радий Фәрит улына балаларыбыҙҙы Башҡортостан шифаханаларына ялға ебәрә алыу өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Улар ял итеп ҡайта һәм кире Башҡортостанға барғылары килә.

Бынан тыш, ул даими рәүештә махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтары янына килә.  Улар менән шәхсән осраша, хеҙмәттәре барышы, һаулыҡтары менән ҡыҙыҡһына, нимә кәрәклеген белешә. Мин быны беләм.

Башҡортостан халҡы менән ғорурланам һәм уларҙы хөрмәт итәм. Һеҙҙең лайыҡлы лидерығыҙ бар, ул һеҙҙе яҡлай һәм хуплай, – тине ул.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: