Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Апрель , 15:00

Никахта ике йыл булғандарға ғына ҡағыла

Был хаҡта парламенттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.  

Никахта ике йыл булғандарға ғына ҡағыла
Никахта ике йыл булғандарға ғына ҡағыла

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа “Рәсәй Федерацияһынан сығыу һәм Рәсәй Федерацияһына инеү тураһында”ғы, “Рәсәй Федерацияһында сит ил граждандарының хоҡуҡи хәле тураһында”ғы федераль закондарға төҙәтмәләр индерҙе. Улар сит ил граждандарының ялған никах һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһында миграция статусын алыу мөмкинлеген булдырмауға йүнәлтелгән. Был хаҡта парламенттың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Закон ҡабул ителһә, билдәләнгән квоталарҙан тыш, Рәсәй граждандары менән никах теркәгән сит ил кешеләре ваҡытлыса йәшәү тураһындағы документҡа рөхсәтте никахта ике йылдан да кәм булмаған ваҡыт бергә йәшәгәс кенә  алыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Бынан тыш, был үҙгәрештәр сит ил кешеләренең баланы уллыҡҡа алыу тураһындағы документтарҙы ялған рәсмиләштереү осраҡтарына ҡаршы көрәш өсөн дә йүнәлтелгән. Был легаль булмаған миграцияны булдырмау өсөн эшләнә. 

Шулай итеп, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы сит ил кешеләре менән ялған рәүештә никахлашыуға ҡаршы көрәш тураһындағы закон проектын хупланы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: