Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Апрель , 10:40

Азат Бадрановҡа яңы вазифа

Шулай уҡ Урал Килсенбаев та яңы урынға күсә. 

Азат Бадрановҡа яңы вазифа
Азат Бадрановҡа яңы вазифа

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһен яңы кадр тәғәйенләүен иғлан итеүҙән башланы. Күптән түгел махсус хәрби операция биләмәһенән кире республикаға эшкә ҡайтҡан Азат Бадрановҡа бөгөндән яңы вазифа бирелде. Ул Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Был вазифала ул Урал Килсенбаевты алмаштырасаҡ.

Бынан тыш Азат Шамил улы ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия етәксеһе буласаҡ. Был эш уға ят түгел, махсус хәрби операцияға киткәнсе лә, ул ошо вазифаны башҡара ине.

Урал Килсенбаев иһә бөгөндән яңы урынға күсә, ул Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

– Урал Килсенбаев Азат Бадранов алып барған эште үтәйәсәк. Икегеҙгә лә уңыштар телйем, һеҙҙең етди компетенцияларығыҙ бар. Бергә, етди эшләгеҙ,был тармаҡта мәсьәләләр күп, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: скриншот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: