Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Апрель , 14:50

Радий Хәбиров ниҙән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе?

Кисә республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәнән иң мөһим яңылыҡтарҙы, ҡарарҙарҙы тәҡдим итәбеҙ. 

Радий Хәбиров ниҙән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе?
Радий Хәбиров ниҙән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе?

15 апрелдә республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәнән иң мөһим яңылыҡтарҙы, ҡарарҙарҙы тәҡдим итәбеҙ. 

- Башҡортостан Башлығы бойороғо менән Азат Бадранов Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

- Быға тиклем ошо вазифаны биләгән Урал Килсенбаев Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп ҡуйылды.

- Йәнә бер кадр үҙгәреше – Элина Ғатауллина Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

- 27 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Урман янғындары миҙгеле эҫе йәй арҡаһында хәүефле булыр тип көтөлә. 

- Республикала ҡала һәм ауылдарҙы таҙалау дауам итә. Радий Хәбиров был эш менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Тик 14 ҡала ғына сифатлы йыйыштырған, биш ҡала - уртаса, ҡалғандарҙың кимәле түбән.

- Киләһе өмәләр 20 һәм 27 апрелдә үтә. Өфөлә “Өфө – Аэропорт” юлын һәм Салауат Юлаев проспектын ныҡлы таҙартырға ҡушылды, был урындар баш ҡаланың йөҙө тип аталды.

- “Өфө” аэропорты янында ете ҡатлы ҡунаҡхана төҙөлә. Ул 150 бүлмәнән торасаҡ. Яңы отель 2025 йылдың мартында файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

- Башҡортостан ташҡындан зыян күргән Ырымбур өлкәһенә ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә. Беҙҙә хәл контролдә тотола. Икенсе аҙнала ташҡын юғары кимәлгә етер тип көтөлә.

- Өфөлә “Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшө дауам итәсәк. Радий Хәбиров эште “штаб” режимында дауам итергә ҡушты, бында башҡараһы бурыстар бик күп. Быйылға нимә эшләнере билдәләнгән.

- Республикаға Белгород өлкәһенән 498 бала килде. Улар Илеш һәм Әбйәлил райондарындағы ике лагерҙа йәшәйәсәк. Радий Хәбиров уларға уңайлы шарттар булдырырға, уҡытыу процесын өҙмәҫкә ҡушты.

- “Йәшел Башҡортостан” акцияһында 99 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Сара барышында һигеҙ мең самаһы ҙур ағас һәм 82 мең башҡа үҫенте ултыртыласаҡ. 72 яңы тематик аллея булдырыла.

- 20 апрелдә Башҡортостанда “Хәтер баҡсаһы” акцияһы башлана. 140 гектар майҙанда 500 мең төп яңы ағас ултыртыласаҡ. Башҡортостанда ағас ултыртыуҙың үҙәк майҙаны - “Патриот” паркы, унда 300 йүкә ултыртырға планлаштыралар.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: