Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Апрель , 20:30

Башҡортостанға дрондар һөжүме хәүефе бармы?

Шулай уҡ Радий Хәбиров "Салауат Юлаев" хоккей клубы яҙмышы тураһындағы һорауға ла яуап бирҙе. 

Башҡортостанға дрондар һөжүме хәүефе бармы?
Башҡортостанға дрондар һөжүме хәүефе бармы?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән осрашҡан саҡта уға йәшәйештең барлыҡ өлкәләренә ҡағылышлы һорауҙар бирелде. Уларҙың ҡайһы берҙәрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Журналистар етәксенән республикала ВСУ дрондары һөжүме хәүефе бармы тип һораны. Һәм стратегик яҡтан мөһим предприятиеларҙы һаҡлау өсөн саралар күреләме тип ҡыҙыҡһындылар.

Был мәсьәләне иртәгә үтәсәк терроризмға ҡаршы комиссия ултырышында тикшереү планлаштырылғайны, тине Радий Хәбиров.

“Әлеге ваҡытта "Башнефть" инициатива күрһәтте һәм үҙенең хәүеф тыуҙырған төп объекттарын билдәләне. Улар һөжүм итеүҙең маҡсаты булыуы мөмкин булған предприятиеларҙы, билдәле бер механик ҡоймалар менән йыһазландырҙы. Әммә бының тулы ҡарар түгел икәнлеген барыбыҙ ҙа аңлайбыҙ, сөнки улар, әйтәйек, тәүге һөжүмгә бирешмәйәсәк, әммә икенсеһе булыуы ихтимал. Шуға күрә эштең бер өлөшө башҡарылған, һәм ул даими дауам итә, – тине ул. – Икенсеһе. Күҙәтеү системаһы эшләй, был да "Башнефть" һәм предприятиеның хәүефһеҙлеген тәьмин иткән структуралар линияһы буйынса ойошторолған. Дөйөм алғанда, "Башнефть" тураһында һүҙ йөрөткәндә, барлыҡ нефть эшкәртеү заводтарын күҙ уңында тотам. Беҙгә ярҙам итһендәр өсөн Оборона министрлығы менән диалог алып барабыҙ. Әлегә нимә тураһында, нисек әйтмәйем, диалог стадияһында. Бөтә илде "панцирҙар" менән ябып бөтөп булмай, әммә билдәле бер диалог алып барабыҙ. Иң мөһиме – беҙ төп колонналарҙы механик һаҡ селтәрҙәре менән һаҡлап ҡалдыҡ, күҙәтеү системаһы ла эшләй. Бының менән генә туҡтап ҡалмайбыҙ. Унда бер нисә ҡарар бар, улар хаҡында ла әлегә һөйләп тормайым. Улар хеҙмәт характерында. Ләкин беҙ, ышанығыҙ, ошо хаҡта бик ҡайғырабыҙ”.

Киләһе һорау “Салауат Юлаев” хоккей командаһына бәйле булды. Билдәле булыуынса, быйыл улар Гагарин Кубогынан беренсе этапта уҡ төшөп ҡалды. Тик шуға ҡарамаҫтан, клубтың генераль директоры Ринат Баширов һәм баш тренер Виктор Козлов үҙҙәренең вазифаларында ҡалды һәм киләһе миҙгелдә лә команда менән эшләйәсәк.

– Мин үҙемде ныҡ көйәрмән тип әйтмәйем, ваҡытым да юҡ. Ләкин йыш ҡына егеттәрҙе күрергә, улар өсөн ҡыуанырға йәки борсолорға киләм. Мәшәҡәттәрем теҙмәһендә был иң мөһиме түгел. Әммә, әйткәндәй, бында эшләй башлағас, хоккейға йөрөй башланым. Ғәҙеллек өсөн әйтергә кәрәк, яҡшы хоккей бүләк иттеләр, даими чемпионатта һәйбәт уйнанылар: йәш, ҡыҙыҡлы команда, сағыу еңеүҙәр. Командаға һәм тренерҙар составына тағы бер мөмкинлек биреү ҡарарына шул нигеҙ булды ла инде, – тине Радий Фәрит улы.

Башҡортостан Башлығынан һуңғы биш йылда республиканың идара итеү командаһы башҡара алған иң мөһим бурыстарҙы һанап сығыуҙы һоранылар.

“Беҙ республиканы ковид, санкциялар баҫымы аша үткәреүгә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүҙе яйға һалыуға өлгәштек. Был бик ҡатмарлы бурыстар, уларҙың бер өлөшөн үттек тә инде һәм уларҙы һәйбәт хәл итеүҙе дауам итәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ Башҡортостанды ла үҫтерҙек, республика бер урында торманы. Күрһәткестәрҙең күбеһе һәйбәт, – тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы әйтеүенсә, уның эше күп планлы, әммә ул күп нәмәне күңел өсөн эшләй.

“Миңә парктар менән шөғөлләнеү бик оҡшай. Уларҙы Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа эшләйбеҙ, мин үҙем процестарҙы контролдә тотам, белгестәр менән осрашам. Күп парктар – күмәк эш һөҙөмтәһе. Мәҫәлән, Бәләбәйҙәге “Йырсы шишмәләр” паркын, Нефтекамалағы мәҙәниәт һәм ял паркын, Өфөләге “Ҡашҡаҙан”ды алайыҡ. Ләкин иң мөһиме – беҙ республика иҡтисадын үҫтереүгә өлгәштек”, – тине Башҡортостан Башлығы.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: