Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Апрель , 22:40

Махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл ҡайҙа ҡуйылыр?

Радий Хәбиров бөгөнгө осрашыуҙа был һорауға ла яуап бирҙе. 

Махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл ҡайҙа ҡуйылыр?
Махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл ҡайҙа ҡуйылыр?

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, йәмәғәтселек һәм блогерҙар менән осрашты.

Төбәк етәксеһе Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше, идара итеү командаһының эше һәм алдағы йылдарға перспектив пландар тураһында көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.

– Беҙ һеҙҙең менән күптән аралашманыҡ, шуға күрә ошондай осрашыу ойошторорға булдыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Был бик мөһим, сөнки һәр ваҡыт төрлө процестар, ваҡиғалар бара, һәм һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуап бирергә әҙермен.

Етәксенән Совет майҙанының артабанғы яҙмышы тураһында һоранылар.

– Элек Совет майҙанында парковка булды, һәм беҙ уны алып ташланыҡ. 210 машина һыйҙырышлы дүрт ҡатлы парковканы Цюрупа урамында, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы бинаһы артында төҙөйбөҙ. Тәүҙә Совет майҙанында генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйырға планлаштырғайныҡ. Һуңынан ҡарарҙы бер аҙ үҙгәрттек. Мин махсус рәүештә Будапештҡа юлландым, унда ат статуялары бик күп. Бында ҡала үҙәгендә венгр милләтенә нигеҙ һалған ете ҡәбилә юлбашсыһына һәйкәл тора. Ул ҙур, ике яҡтан да уны ярым түңәрәк колоннадалар уратып алған. Ошо уй менән скульптор Салауат Щербаковҡа килдем. Беҙгә проектты үҙгәртергә тура килде. Колоннада һәйкәлде көсәйтте, уны тағы ла әһәмиәтлерәк итте, тип иҫәпләйем, – тине Радий Хәбиров.

Һәйкәл 2022 йылдың 11 октябрендә, махсус хәрби операция барған осорҙа асылды. Был генерал Шайморатов һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәйкәле генә түгел. Был - Тыуған илебеҙ өсөн барған яуҙарҙа һәләк булғандарҙың барыһына ла мемориал, уларға рәхмәт белдереү.

– Әле беҙҙең икенсе идея үҫешә. Махсус хәрби операция бара. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ул - илебеҙгә ҡаршы иң ауыр, агрессивлыҡ дәрәжәһе буйынса иң күләмле ҡораллы конфликт. Шуға күрә махсус хәрби операцияға арналған мемориал булдырыу тураһында уйлайбыҙ. Өфөнөң Зорге урамында аҡрынлап Спорт һарайы алдындағы майҙанды бушата башланыҡ. Баҙарҙы алып ташланыҡ, Сергей Михалев исемендәге сквер эшләнек. Ошо урында мемориал ҡуйырға уйлайбыҙ, – тине ул.

Благовещен ҡалаһы ҡала биләмәһе советы депутаты Сергей Жуков Башҡортостан Башлығына муниципалитетҡа иғтибар иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ҡала быуаһын төҙөкләндереү буйынса мәсьәлә менән мөрәжәғәт итте. Ул бер нисә йыл элек һыу ятҡылығын ваҡытлыса киптереүҙәре, төбөн йыйылған ләмдән таҙартыуҙары, яр буйын төҙөкләндереүҙәре хаҡында һөйләне. Ә бер йыл элек дамбаның емерелеүе сәбәпле ҡала быуаһы буйындағы тротуар менән юл участкаһы тулыһынса ябылған.

– Гидротехник ҡоролманы ремонтлау барышында быуа төбөн йәнә үлән баҫты, – тине Сергей Жуков. – Һыу өлөшләтә генә тулған, уның өҫкө йөҙөндә үҫкән ҡыуаҡлыҡтарҙың баштары күренә. Халыҡ быуаның таҙартылыуын һәм тулыһынса тулыуын көтә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо мәсьәләне белгестәр менән бергә анализларға кәрәклеген билдәләне.

– Благовещенға эш сәфәрҙәремдең береһендә быуаны ҡарап сыҡтыҡ, унда ремонт бара ине, – тине Радий Хәбиров. – Ҡала быуаһын төҙөкләндереү проектын аҙағынаса еткерәсәкбеҙ. Был мәсьәләне Благовещен районы башлығы менән тикшерәсәкбеҙ. Муниципалитет етәксеһе ошо мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: