Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Апрель , 18:50

Радий Хәбиров ни өсөн икенсе срокка барыуын аңлатты

Башлыҡ бөгөн журналистар, блогерҙар һәм йәмәғәтселәр менән осраша. 

Радий Хәбиров ни өсөн икенсе срокка барыуын аңлатты
Радий Хәбиров ни өсөн икенсе срокка барыуын аңлатты

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостанда эшләүсе республика һәм федераль киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуы үтә.

Осрашыуҙа шулай уҡ блогерҙар, политологтар, йәмәғәтселәр ҙә ҡатнаша. Иң башта уҡ Башҡортостан Башлығы ҡатнашыусыларҙың бөтә һорауҙарына ла ғәҙел яуап бирергә әҙер булыуын белдерҙе.

Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин менән эш осрашыуының ябыҡ өлөшө барышында ниндәй мәсьәләләрҙе тикшереүе тураһында һөйләне. Президент менән осрашыуҙа махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеү, шулай уҡ республикала күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде, тип билдәләне етәксе.

“Өфөнөң Көньяҡ урау юлын төҙөү – ҙур, амбициялы бурыс. Быйыл комплекстың күпселек өлөшөн тамамлаясаҡбыҙ. Бынан тыш, Пугачев урамы, юл үткәргестәре, унда тәртип урынлаштырырбыҙ. Был – 30 миллиард һумдан ашыу суммаға баһаланған етди проект. Көньяҡтан урап үтеү юлы тағы ла ҡатмарлыраҡ, ул “Мега” районында күпер, ике юл үткәргесен, ике километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы юлды үҙ эсенә ала. Был яҡынса 40 миллиард һум тора, ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн федераль үҙәктең ярҙамы кәрәк. Уның ҡарауы, ошоноң арҡаһында Өфөлә транспорт ағымын кәметербеҙ”, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Владимир Путин менән һуғыш ветерандарының клиник госпитален, лидер белем биреү мәктәбен төҙөү мәсьәләләрен тикшереүен дә хәбәр итте. Улар буйынса федераль кимәлдә ыңғай ҡарарҙар ҡабул ителде.

Тағы бер һорау Радий Хәбировтың ни өсөн икенсе срокка барырға ҡарар итеүенә бәйле ине. Башлыҡ белдереүенсә, һайлауҙа ҡатнашырғамы-юҡмы тип уйланған саҡта, ул бер нисә фекерҙән сығып эш иткән. Беренсенән, башланған проекттарҙы тамамларға кәрәк. Уларҙың ҡайһы берҙәрен алдағы дүрт-биш йылда тамамлау күҙаллана.

Бынан тыш, бик ҡатмарлы осорҙа йәшәүебеҙҙе аңлау мөһим, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы һәм үҙенең “ниндәйҙер мәғәнәлә беҙҙең доброволецтар бүлексәләрен булдырыу башланғысы менән сығыш яһаусы булыуын” хәтергә төшөрҙө.

– Беҙ һуғышта ҡатнашҡан егеттәребеҙгә ярҙам итеү эшен тейешенсә яйға һалдыҡ. Барлыҡ ошо ярҙам сараларын, гуманитар ылауҙарҙы беләһегеҙ. Минеңсә, хатта үҙ алдыма, бармаҫмын, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ ине. Ошондай ваҡытта был эштән китергә кәрәкмәй тип иҫәпләйем, – тигән фекерҙә Радий Хәбиров. – Шулай уҡ беҙҙең идара итеү командаһының эштәре килеп сығыуынан сығып эш иттем. Кешеләргә биргән вәғәҙәләребеҙҙе үтәйбеҙ. Әммә тағы ла бер нисә вәғәҙә бар, уларҙы тамамларға һәм эшләргә кәрәк.

Радий Хәбиров икенсе срокка һайланырға хәл итеүҙең өсөнсө сәбәбе булараҡ ҡатмарлы осорҙо бергәләп үтергә кәрәклеген атаны.

“Беҙ быға өлгәшербеҙ тип уйлайым. Беҙ республика менән бергә ковидты ла үттек – бик ауыр осор ине. Әле ул саҡтарҙы тиҙ генә онота ла башланыҡ, әммә был ысынлап та бик ауыр булды. Махсус хәрби операция, иҡтисадыбыҙ өсөн ҙур проблемалар килтергән ҡот осҡос баҫым, санкция сәйәсәте менән бәйле барлыҡ сараларҙы ла һеҙҙең менән бергә үтәбеҙ. Быны аңларға кәрәк. Шуға күрә әле ошо осорҙо бергә үтергә кәрәк кеүек тойола, – тине Башҡортостан Башлығы. –Һәм, әлбиттә, мин быны әйтергә тейешмен, билдәле бер кураж бар әле. Унһыҙ эшләргә ярамай. Кураж тураһында әйткәндә, мин нимәне күҙ уңында тотам? Һуңынан ғорурланырлыҡ әллә күпме эш башҡарғым килә. Бар республика ҡайһылай шәп булды әле тип әйтһен өсөн. Шуға күрә билдәле бер амбициялы фекерҙәр ҙә, амбициялы проекттар ҙа бар. Уларҙы тормошҡа ашырғы килә. Һөҙөмтәлә һайларға барырға теләйем генә түгел, ә барырға кәрәк булып сыға”.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: