Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Апрель , 22:35

Тыуған илебеҙҙе эстән ҡаҡшатыуға юл ҡуймайыҡ

Республикабыҙ халҡы татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәүҙе һайлай.

Тыуған илебеҙҙе эстән ҡаҡшатыуға юл ҡуймайыҡ
Тыуған илебеҙҙе эстән ҡаҡшатыуға юл ҡуймайыҡ

Бөгөн, 18 апрелдә, Өфөлә Рәсәй Дәүләт Думаһының Милләттәр эштәре буйынса комитеты рәйесе Геннадий Семигин булды. Ул республикабыҙҙың милли-мәҙәни ойошмалары етәкселәре менән осрашты. Сарала Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, фән өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты.

А. Бадранов йыйылыусыларҙы республика етәксеһе исеменән сәләмләне. Күп милләтле Башҡортостанда бер ҡасан да милләт-ара йәки конфессия-ара ыҙғыштар булмауы менән ғорурланабыҙ, тип билдәләне ул. "Был, әлбиттә, иң беренсе республика халҡының ҡаҙанышы, ул татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәүҙе һайлай. Беҙҙең ата-бабалар бергәләшеп Ватанды төҙөгән һәм яҡлаған. Бөгөн дә тарих ҡабатлана. Башҡортостандың төрлө милләтле ир-егеттәре махсус хәрби операцияла үҙ ирке менән Рәсәйҙең суверенитетын, киләсәген һаҡлауҙа ҡатнаша", - тине ул.

Г. Семигин, Рәсәйгә ҡаршы булған илдәр, беҙҙе яу яланында ла, иҡтисади ҡаршылыҡта ла еңә алмағас, Тыуған илебеҙҙе эстән, милләт-ара ыҙғыштар сығарып ҡаҡшатмаҡсы була, тип билдәләне. Шуға ла, тине ул, был юҫыҡта норматив-хоҡуҡи базаны реформалау мөһим. "Рәсәйҙең дәүләт милли сәйәсәте тураһында фундаменталь закон ҡабул итеү кәрәк. Дәүләттең милли сәйәсәте стратегияһын да яңыртыу талап ителә", - тине Г. Семигин һәм ошо мәсьәлә буйынса саралар проектын телгә алды. "Был документ аныҡ сараларҙы туплай. Беҙгә Хәүефһеҙлек советы, министрлыҡтар, ведомстволар, ҡайһы бер региондарҙан яуаптар килде лә инде. Һеҙҙән дә тәҡдимдәр көтәбеҙ, улар барыһы ла өйрәнелеп, документтың һуңғы өлгөһөнә инеүе мөмкин".

Дәүләт Думаһы вәкиле интернетҡа, уны ҡулланыуға бәйле ҡатмарлыҡтарҙы ла телгә алды. Ҡайһы бер сәйәсмәндәр, блогерҙар, үҙҙәренә яҙылыусыларҙы арттырыр, рейтингтарын күтәрер өсөн, милләт-ара мәсьәләләр темаһы менән уйнай, бының ниндәй эҙемтәләргә килтерергә мөмкин булыуы уларҙы ҡыҙыҡһындырмай.

Осрашыуҙа милли сәйәсәттең көнүҙәк мәсьәләләре, туған телдәргә ярҙам, дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу юлдары, федераль кимәлдә хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр буйынса фекер алыштылар.

Осрашыуҙа ҡатнашҡан "Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы"ның Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, "Башҡортостан рустары соборы"ның башҡарыусы директоры Павел Васильев, Башҡортостандың Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе Марат Мәрҙәнов ойошмаларҙың эш тәжрибәһе тураһында һөйләне.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Тыуған илебеҙҙе эстән ҡаҡшатыуға юл ҡуймайыҡ
Тыуған илебеҙҙе эстән ҡаҡшатыуға юл ҡуймайыҡ
Тыуған илебеҙҙе эстән ҡаҡшатыуға юл ҡуймайыҡ
Тыуған илебеҙҙе эстән ҡаҡшатыуға юл ҡуймайыҡ
Тыуған илебеҙҙе эстән ҡаҡшатыуға юл ҡуймайыҡ
Тыуған илебеҙҙе эстән ҡаҡшатыуға юл ҡуймайыҡ
Тыуған илебеҙҙе эстән ҡаҡшатыуға юл ҡуймайыҡ
Тыуған илебеҙҙе эстән ҡаҡшатыуға юл ҡуймайыҡ
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: