Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Апрель , 13:30

Төбәк етәксеһе Геннадий Семигин менән осрашты

Һүҙ нимә тураһында барҙы?

Төбәк етәксеһе Геннадий Семигин менән осрашты
Төбәк етәксеһе Геннадий Семигин менән осрашты

18 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Дәүләт Думаһының Милләт эштәре буйынса комитеты рәйесе, “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – хәҡиҡәт өсөн” партияһы рәйестәше Геннадий Семигин менән осрашты. Көн тәртибендә милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу мәсьәләләре, партияның республика бүлексәһе эшмәкәрлеге, республиканың социаль-иҡтисади үҫеше һорауҙары ҡаралды. Радий Хәбиров һәм Геннадий Семигин шулай уҡ партияның төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашыуы тураһында һөйләшеү алып барҙы.

Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы Геннадий Семигинға әүҙем закондар сығарыу һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге өсөн Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: