Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Апрель , 21:30

Бөгөн егеттәрҙе хәрби хеҙмәт итеү урынына оҙаттылар

"Тоғро һәм батырлыҡ менән хеҙмәт итегеҙ, иптәштәрегеҙ тураһында онотмағыҙ, яҙығыҙ һәм туғандарығыҙға шылтыратығыҙ"

Бөгөн егеттәрҙе хәрби хеҙмәт итеү урынына оҙаттылар
Бөгөн егеттәрҙе хәрби хеҙмәт итеү урынына оҙаттылар

Бөгөн Башҡортостандан сроклы хәрби хеҙмәткә саҡырылған 140 егет хәрби хеҙмәт итеү урынына юлланды.

Бөгөн республика йыйылыу пунктында 140 һалдатты оҙатыу тантанаһы үтте. Улар Санкт-Петербургка, Түбәнге Новгородҡа һәм Мәскәү өлкәһендәге хәрби частарға юлланды.

Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссариатынан хәбәр итеүҙәренсә, йәштәр һауа-космос көстәрендә, милли гвардия ғәскәрҙәрендә һәм ҡоро ер ғәскәрҙәрендә сроклы хеҙмәт бурысын үтәйәсәк.

Оҙатыу сараһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич, ҡала һәм район хакимиәттәре, дини конфессиялар вәкилдәре, хәрби хеҙмәт ветерандары ҡатнашты, йәш егеттәргә кәңәштәр бирҙе, уңыштар теләне.

Республика хәрби комиссары Михаил Блажевич билдәләүенсә, буласаҡ һалдаттарҙы ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм хәрби хеҙмәттең бөтә ауырлыҡтарын түҙеп торорға өйрәтеүсе мәктәп көтә, был, һис шикһеҙ, артабанғы тормошта ла файҙалы буласаҡ.

– Армия – ул һәр йәш кешегә үтергә кәрәк булған етди тормош мәктәбе. Һеҙгә, хәрби хеҙмәткә саҡырылған иптәштәр, хеҙмәтегеҙ ваҡытында хәрби бурысыбыҙҙың нимә икәнен, илебеҙҙең ысын һаҡсыһы кем икәнен аңлауығыҙҙы теләйем. Тоғро һәм батырлыҡ менән хеҙмәт итегеҙ, иптәштәрегеҙ тураһында онотмағыҙ, яҙығыҙ һәм туғандарығыҙға шылтыратығыҙ, – тип мөрәжәғәт итте егеттәргә Михаил Блажевич.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 31 мартта армияға яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы, ул 1 апрелдән 15 июлгә тиклем дауам итә.

“2024 йылдың 1 апреленән 15 июленә тиклем запаста булмаған һәм, 1998 йылдың 28 мартындағы “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында” Федераль законға ярашлы, хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешле 18–30 йәшлек Рәсәй Федерацияһы граждандарын 150 мең кеше иҫәбендә хәрби хеҙмәткә саҡырырға”, – тиелә документта. Хөкүмәткә, төбәк властарына һәм саҡырыу комиссияларына тейешле сараларҙы тәьмин итергә ҡушылды.

- ҙғы саҡырылышта Башҡортостандан хәрби хеҙмәт үтеү урындарына 5,5 меңдән ашыу егет ебәреләсәк, – тип белдерҙе Башҡортостандың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич. – Ҡораллы Көстәрҙең бөтә төрҙәре һәм ғәскәрҙәре, шулай уҡ федераль башҡарма власть органдарының башҡа хәрби частары хәрби хеҙмәткәрҙәр менән тулыландырыласаҡ.

Фото: Башҡортостандың Хәрби комиссариатының матбуғат хеҙмәтенән.

Бөгөн егеттәрҙе хәрби хеҙмәт итеү урынына оҙаттылар
Бөгөн егеттәрҙе хәрби хеҙмәт итеү урынына оҙаттылар
Бөгөн егеттәрҙе хәрби хеҙмәт итеү урынына оҙаттылар
Бөгөн егеттәрҙе хәрби хеҙмәт итеү урынына оҙаттылар
Бөгөн егеттәрҙе хәрби хеҙмәт итеү урынына оҙаттылар
Бөгөн егеттәрҙе хәрби хеҙмәт итеү урынына оҙаттылар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: