Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
23 Апрель , 12:50

Был эш Александр Бастрыкинға барып етте

Иглинда үҫмерҙәрҙе аяуһыҙ туҡмау ваҡиғаһына бәйле яңылыҡтар бар.

Был эш Александр Бастрыкинға барып етте
Был эш Александр Бастрыкинға барып етте

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 20 апрелдә Иглин ауылында “Toyota Land Cruiser” автомашинаһы водителе, йәштәрҙең тәртибе менән ҡәнәғәт булмайынса, үҙенең ике улы һәм тағы бер ир менән үҫмерҙәрҙе туҡмаған. Һөҙөмтәлә 17 йәшлек үҫмер төрлө тән йәрәхәте менән дауаханаға эләккән.

Әле хәл-ваҡиғаның нисек булғанын тикшереү, бәхәстә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла хоҡуҡи баһа биреү маҡсатында оператив саралар ойошторолған. Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы Иглин район-ара тәфтиш бүлеге хулиганлыҡ статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Михаил Закомалдин да был хәлгә аңлатма биреп, Иглиндағы үҫмерҙәргә бәйле хәлдең контролдә буласағы тураһында белдерҙе.

– Иглин районындағы был хәл – тулыһынса әшәкелек. Полиция хәл итер һәм ҡарар ҡабул итер, тип ышанам. Әгәр зыян күргәндәр бәлиғ булмаған икән, Тикшереү комитеты тикшерәсәк. Мин эске эштәр министрына шылтыраттым, хәлде контролдә тотасаҡбыҙ.

Үҫмерҙәр, ысынлап та, “Toyota land cruiser” автомобилендә китеп барыусыларға нимәлер әйткән тип фаразлаһаҡ та, бер кем дә джип пассажирҙарына уларҙы туҡмарға хоҡуҡ бирмәгән. Йәнәһе, “Toyota land cruiser” пассажирҙары беренсе булып полицияға һөжүм тураһында ғариза биргән. Әммә йәш кешеләрҙә етди тән йәрәхәттәре бар, был осраҡта кем тарафынан һәм ҡасан полицияға ғариза бирелеүе, ғөмүмән, ғариза бирелеүе мөһим түгел. Процессуаль тикшереү башлар өсөн тән йәрәхәттәре етерлек, — тине Михаил Закомалдин.

Рәсәй Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин Иглинда үҫмерҙәрҙе аяуһыҙ туҡмау буйынса эште тикшереү тураһында доклад менән сығыш яһарға ҡушҡан. Быға федераль телеканал эфирындағы сюжет сәбәпсе булған.

Тикшереү фаразы буйынса, “Toyota land cruiser” водителе юл аша сыҡҡан йәштәр компанияһының тәртибе менән ҡәнәғәт түгел. Бер егетте шунда уҡ һуғып, йырынға ташлайҙар, ә һуңынан икенсеһенә күсәләр. Уның ҡыҙы булған хәлде телефонға төшөрөргә маташа, әммә уның ҡулына һуғалар. Егет менән ҡыҙҙы машинаға ултыртып, унда туҡмауҙы, янауҙы дауам итәләр.

Үҫмерҙәр өйгә саҡ ҡайтып инә, күршеләре “Ашығыс ярҙам” саҡыра. Малайҙың тештәрен һындыра һуҡҡандар, баш мейеһе һелкенгән, тәнендә яралары, күгәргән урындары күп.

Тәртип һаҡлау органдары был эштең осона сығыр, ғәйеплеләр үҙ язаһын алыр.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы видеояҙмаһынан скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: