Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Апрель , 17:00

"Ҡулға алмағыҙ - ул һуғышҡа китергә теләй"

Иглинда үҫмерҙәрҙе туҡмау ваҡиғаһына бәйле яңылыҡ бар.

"Ҡулға алмағыҙ - ул һуғышҡа китергә теләй"
"Ҡулға алмағыҙ - ул һуғышҡа китергә теләй"

Ошо көндәрҙә Иглин районында булған хәл-ваҡиғалар республиканы шаулатып алды. Бында билдәле эшҡыуар Рәүеф Ғабдуллин үҙенең улы һәм иптәше менән үҫмерҙәрҙе туҡманы, ошоноң өсөн ҡулға алындылар.

Бөгөн суд эшҡыуарҙың үҙен һәм иптәшен ике айға ҡулды алды. Шулай уҡ улына, 20 йәшлек Вадим Ғабдуллинға, ҡарата та ҡарар булырға тейеш.

Асыҡланыуынса, Вадимды Өфө адвокаты Роман Петров яҡлаясаҡ. Бөгөн адвокат әйтеүенсә, ул тәфтиш осоронда егетте ҡулға алмауҙы һораясаҡ. Баҡһаң, Вадим махсус хәрби операция биләмәһенә китергә йыйынған. Адвокат әйтеүенсә, әле был хәл булғансыға тиклем үк егет Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә тип йөрөгән. Ә сроклы хеҙмәт үткән саҡта наградалар алған, характеристикаһы яҡшы булған.

“Ул Курск өлкәһендә, дәүләт сиге янында хеҙмәт иткән. Шул саҡта уҡ “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн” дәүләт наградаһын алған булған. Ә бөгөн ул контракт төҙөргә һәм МХО биләмәһенә китергә тейеш ине. Шуға күрә уны тәфтиш барған ваҡытта ҡулға алырға тейеш түгелдәр тип иҫәпләйем. Суд бындай ҡарар ҡабул итһә лә, беҙ Юғары судҡа апелляция бирәсәкбеҙ”, – тигән адвокат “Уфа1” порталына.

Роман Петров үҙ позицияһына өҫтәмә сифатында Енәйәт-процессуаль кодексы статьяһына һылтанма яһаған. Унда, әгәр ғәйепләнеүсе сит илгә ҡасасаҡ йәки шаһиттарға янаясаҡ, баҫым яһаясаҡ тигән шик булмаһа, ул һаҡ аҫтына алынырға тейеш түгел, тип яҙылған.

Петров һүҙҙәренсә, быға тиклем егет хөкөм ителмәгән. Ул шулай уҡ армиянан Вадим Ғабдуллинға хеҙмәт характеристикаһын күрһәткән: “Характеры буйынса тыныс, баҫалҡы, сыҙамлы, һәр саҡ уяу”. Унда взвод командиры һалдатҡа РФ Хәрби көстәрендә, шулай уҡ Федераль именлек хеҙмәтендә һәм Эске эштәр министрлығында хеҙмәт итергә тәҡдим итә.

Фото: Эске эштәр министрлығы.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: