Ғинуарҙа булған Баймаҡ ваҡиғалары буйынса политологтар үҙ фекерҙәрен белдереүҙе дауам итә. Бөгөн иғтибарығыҙға БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының өҫтәмә белем биреү һәм инновациялы үҫеш департаменты начальнигы, 2024 йылда һайлау кампанияһы барышын һәм һайлауҙа тауыш биреүҙе күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ағзаһы Тимур Вәлитовтың яҙмаһын тәҡдим итмәксебеҙ.
“Шулай итеп, Баймаҡ ҡалаһы. Быйылғы ғинуар ваҡиғалары Башҡортостанда һәм унан ситтә киң резонанс тыуҙырҙы һәм ижтимағи-сәйәси тормошта сағылыш тапты. Был ваҡиғалар башҡорт йәмәғәтселегендә бәхәстәр тыуҙырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәм, быйылғы йылдың 17 ғинуарында Баймаҡта экстремистик ойошма лидеры Фаил Алсынов* енәйәттә ғәйепле тип танылды. Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 282-се статьяһына ярашлы дүрт йылға иркенән мәхрүм ителде.
15-17 ғинуарҙа Баймаҡҡа туғандарынан, ҡарашын яҡлаусыларҙан, башҡорт йәмәғәтселәренән һәм урындағы халыҡтан торған ҙур ярҙам төркөмө килә. Һөҙөмтәлә, хөкөм ҡарары иғлан ителгәндән һуң, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре йыйылыусыларҙы ҡыҫырыҡлағанда, полиция менән бәрелештәр һәм күмәк протест акцияһы башлана.
Был ваҡиғалар алдынан оппозицион киң мәғлүмәт сараларында башлыса башҡорт йәмғиәтен мобилизациялауға йүнәлтелгән киң медиа-кампания йәйелдерелә. Баймаҡтағы суд ултырыштары алдынан Алсыновты* яҡлап башҡорт йәмғиәтендә билдәле шәхестәр сығыш яһай. Улар – Рәүфә Рәхимова, Таһир Вәхитов, Рәмил Рәхмәтов, Наилә Сәфәрғолова, Риф Ғәбитов, Алтынай Вәлитов, Ләйсән Мәзитова, Миңзәлә Яхина, Әлфиә Юлсурина һәм башҡалар.
Был процестар буйынса рәсми дәүләт органдарының ҡарашы бик аҙ яҡтыртыла. Нәҡ ошоға бәйле “Дәүләт төбәк властары ҡушыуы буйынса ғәҙелһеҙ судты башлап ебәргән” тигән провокацион хәбәрҙәр таратыла. Ғәмәлдә, ошо фекерҙе таратыуҙы маҡсат итеп ҡуйған кешеләр башҡорт йәмғиәтенең байтаҡ өлөшөн “яҡшы ғаилә башлығы һәм йәмәғәт әүҙемсеһе өҫтөнән заказ буйынса ғәҙел булмаған суд процесы бара” тип ышандыра алды.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, Башҡортостандың Урал аръяғында тиҫтәләгән йылдар дауамында хәл ителмәгән социаль һәм экологик мәсьәләләр урындағы халыҡ араһында протест формалаштырыуға булышлыҡ итә. Миҫал сифатында ер аҫты байлыҡтарын вәхшиҙәрсә эшкәртеүҙе, рекультивация булмауын, ҡаҙыу эштәрен алып барған компанияларҙың уйланылмаған эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ауыл хужалығына һәм юл инфраструктураһына зыян килтереүҙе билдәләргә мөмкин. Был кире күренештәрҙең барыһы ла Урал аръяғында элекке республика етәкселеге тәғәйенләгән кадрҙарҙың эшмәкәрлегенә бәйле.
Шулай итеп, Урал аръяғында социаль ҡаршылыҡтар ойоштороу өсөн бәрәкәтле мөхит әҙер була. Уны тоҡандырыу өсөн катализатор ғына етмәгән. Һөҙөмтәлә провакаторҙарҙың ялҡынлы мөрәжәғәттәре үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Ябай башҡорт халҡының бер өлөшө ғәҙеллек өсөн көрәшәбеҙ тип уйлай, күҙ йәштәре һәм ялҡынлы телмәрҙәргә алдана. Һәм Алсыновка* ихлас ярҙам итергә һәм килеп тыуған хәлгә ризаһыҙлыҡ белдерергә ҡарар итә.
Шуны билдәләп үткем килә: башҡорттар, тарихтан күренеүенсә, һәр ваҡыт халыҡ геройҙары һәм шәһиттәренең ҡарашын яҡлай һәм ҡабул итә. Ғәҙеллеккә булған ынтылыш, ябайлыҡ һәм намыҫ менән бергә, башҡорт халҡының үҙенсәлекле сифаттарының береһе булып тора.
Быларҙың барыһы бергә мәғлүмәт өлкәһендәге провокацияларға һәм ҡуҙғытыуҙарға бәйле, ябай кешеләрҙе 15 һәм 17 ғинуарҙа Баймаҡта рөхсәтһеҙ акцияларҙа ҡатнашыуға этәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер кешеләр, яуаплылыҡты аңлап етмәйенсә, полиция менән туранан-тура бәрелешкә бара һәм күмәкләп тәртипһеҙлектәр тыуҙырыуҙа ҡатнаша.
Тағы ла шуны аңлатырға кәрәк: Баймаҡ ваҡиғалары ваҡытында төрлө деструктив көстәр тарафынан контролдә тотолған Рәсәйгә ҡаршы радикаль ресурстарҙың әүҙемләшеүе күҙәтелә. Мәҫәлән, Литвала йәшәүсе экстремист Руслан Ғәббәсов**, Фаил Алсыновтың* күптәнге фекерҙәше, Башҡортостан халҡын дәүләткә ҡаршы күмәк акциялар һәм террористик акттар үткәрергә саҡыра башлай. Хәтерегеҙгә төшөрәм, Ғәббәсов** Украинала неонацистик режимды яҡлап әүҙем сығыш яһай. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Рәсәй хәрбиҙәрен, шул иҫәптән мобилизацияланған яҡташтарыбыҙҙы үлтереүҙе хуплай. Ғәббәсовтың** башҡорт хәрбиҙәренең һәләк булыуы тураһында хәбәрҙәрҙе ишетеп шатланыуы уға ҡарата асыу һәм ерәнеү тыуҙыра.
Хоҡуҡ һаҡлау системаһы яғынан аяуһыҙ яуап бирелеүе тәбиғи хәл. Бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙы күпләп ҡулға алалар, ҡаты саралар ҙа ҡулланыла. Ҡайһы бер осраҡтарҙа тотош ғаиләләр ҡулға алына. Мәҫәлән, Үҙәнбаевтар ғаиләһенән – әсәһе һәм улы, тағы ла бер ғаиләнән өс бер туған ағалы-ҡустылылар. Бындай осраҡтар күп. Асылда, бер ҡатлы граждандар ҡотҡосоларға, уларҙың буш вәғәҙәләренә ышана һәм тотош ғаиләләре менән законһыҙ ҡылыҡтары өсөн коллектив яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Ҡулға алынғандарҙың эшмәкәрлеген тикшереп дөрөҫ ҡарар сығарыу – халыҡ өсөн бик мөһим. Республика етәкселеге ҡулға алынғандарҙың эштәрен ҡараған тәфтишселәр менән һөйләшеүҙәрҙә бөтә шарттарҙы ла иҫәпкә алып, ентекләп тикшерергә саҡыра. Былар башҡорт йәмғиәте биргән һорауҙарға лайыҡлы яуап булыр ине.
Шул уҡ ваҡытта беҙҙең хоҡуҡ һаҡлау системаһы Баймаҡ ваҡиғалары һөҙөмтәһендә ҡулға алынған граждандар менән ғәҙел мөғәләмә итер тип ышанабыҙ. Ысын провокаторҙар һәм енәйәтселәрҙән ышаныусан бер ҡатлы кешеләрҙе айырып ҡарап, аныҡ һәм оҫта эш итер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
*Фаил Алсынов “Росфинмониторинг”тың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде.
**Руслан Ғәббәсов Рәсәй Юстиция министрлығы тарафынан сит ил агенттары исемлегенә индерелгән, террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелгән.
Видеояҙмаға һылтанма: https://youtu.be/x6T_Vuhz3UU?si=6HdcCyzKHNDeI8bp
YouTube –“Роскомнадзор”: ресурстың сит ил хужаһы РФ законын боҙа”.
Фото: Тимур Вәлитовтың шәхси архивынан.