Йәмәғәт күҙәтеүселәре һайлауҙа әүҙем эшләне

Беҙҙе алда тағы ла бер мөһим сәйәси кампания көтә.

Йәмәғәт күҙәтеүселәре һайлауҙа әүҙем эшләнеЙәмәғәт күҙәтеүселәре һайлауҙа әүҙем эшләне
Йәмәғәт күҙәтеүселәре һайлауҙа әүҙем эшләне

Бөгөн Өфөлә барған Граждандар форумында быйыл яҙ үткән һайлауға арналған семинар үтте. Анығыраҡ әйткәндә, һайлау ваҡытында йәмәғәт контроле, йәмәғәт күҙәтеүе темаһына һөйләшеү булды. Семинарҙы Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, 2024 йылғы һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Исаргакова алып барҙы. Шулай уҡ унда Милли йәмәғәт палатаһы ассоциацияһының федераль координаторы, “Таҙа һайлауҙар өсөн” корпусы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте рәйесе урынбаҫары, Мәскәүҙең йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы ағзаһы Алексей Песков, Башҡортостандың Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһында һайлауҙарҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы ағзаһы Олег Галин, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Тынысландырыу технологиялары үҙәге етәксеһе, төбәк йәмәғәт штабы ағзаһы Максим Беляев, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова ҡатнашты.

Алексей Песков әйтеүенсә, Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, Рәсәй Президентын һайлау тыныс, асыҡ һәм ойошҡан үтте. Республиканан уларға бер ниндәй ҙә етди ялыуҙар килмәгән.

Лида Исаргакова Башҡортостанда һайлау ваҡытында йәмәғәт күҙәтеүенең нисек ойошторолоуы тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, Президент һайлауҙары өсөн 10 мең йәмәғәт күҙәтеүсеһе әҙерләнде, улар Башҡортостандың барлыҡ мөйөштәрендә эшләне. Улар алдан төрлө яҡлап уҡыған һәм был процесҡа тулы әҙерлек менән килгән. Шуныһы мөһим: бөтә күҙәтеүселәр ҙә эште яуаплы һәм шул уҡ ваҡытта бушлай башҡарған. Лида Исаргакова белдереүенсә, был кешеләр республикала үтәсәк башҡа һайлауҙарҙа ла эшләйәсәк. Аңлашылыуынса, беҙҙе оҙаҡламай тағы бер мөһим сәйәси ваҡиға - Башҡортостан Башлығын һайлау көтә. Был тауыш биреү сентябрҙә үтәсәк.

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова был һайлауҙарҙа тәүге тапҡыр эшләгән блогер-күҙәтеүселәр эшмәкәрлегенә байҡау яһаны. Уларҙы халыҡ репортерҙары тип тә атанылар хатта. Был кешеләр һайлау барышын күҙәтеп кенә ҡалманы, ә был турала социаль селтәрҙә яҙҙы, журналистар менән яңылыҡтарын уртаҡлашты. Уларҙы артабан да сәйәси процесҡа йәлеп итеү ҡарала. 

Сара спикерҙары быйыл яҙ уҙған Рәсәй Президентын һайлау миҫалында төрлө сәйәси технологиялар хаҡында һөйләне. Шулай уҡ Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы майҙансығында муниципалитеттар менән тығыҙыраҡ эш итеү өсөн Социаль диалог үҙәген булдырырға тәҡдим иттеләр, сөнки урындарҙа һайлау процесын ойоштороу һәм асыҡлыҡ өсөн төп яуаплылыҡ тап уларға йөкмәтелә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас