Владимир Путин Президент вазифаһын үтәй башланы

Был – илебеҙҙең яңы тарихында президенттың һигеҙенсе һәм Владимир Путин өсөн бишенсе инаугурация.

Владимир Путин Президент вазифаһын үтәй башланыВладимир Путин Президент вазифаһын үтәй башланы
Владимир Путин Президент вазифаһын үтәй башланы

Бөгөн 7 майҙа Мәскәүҙә, Кремль һарайында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың инаугурацияһы уҙҙы. Был – илебеҙҙең яңы тарихында президенттың һигеҙенсе һәм Владимир Путин өсөн бишенсе инаугурация. Шулай итеп, бөгөндән яңы президент мөҙҙәте башлана, ул 2030 йылға тиклем дауам итә.

Рәсәй Конституция суды рәйесе Валерий Зорькин Владимир Путиндан ант биреүен һораны.

Дәүләт башлығы Конституцияға уң ҡулын ҡуйҙы һәм ант бирҙе:

“Рәсәй Федерацияһы Президенты вәкәләттәрен башҡарғанда кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын, иркен ихтирам итергә һәм һаҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын үтәргә һәм яҡларға, дәүләт суверенитетын һәм бойондороҡһоҙлоғон, именлеген һәм бөтөнлөгөн һаҡларға, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итергә ант бирәм”.

Владимир Путин Рәсәй Президенты вазифаһын ҡабул итте, һайланып ҡуйылған дәүләт башлығы тантаналы шарттарҙа Хөкүмәт, парламент ағзалары, Конституция суды судьялары, башҡа власть вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында ант бирҙе.

Ант биреү тантанаһынан һуң Рәсәй дәүләт гимны яңғыраны, ә был ваҡытта Кремлдә Президент резиденцияһының көмбәҙе өҫтөндә дәүләт башлығы штандарты күтәрелде.

Инаугурация тантанаһынан һуң Рәсәй Президенты илебеҙ граждандарына мөрәжәғәт итте һәм тәү сиратта бөтә төбәктәрҙәге рәсәйҙәргә, хәҙер Ватан өсөн көрәшеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

 – Президент вазифаһына инеүҙең ошо тантаналы һәм яуаплы минуттарында илебеҙ төбәктәрендә Рәсәй граждандарына, Тыуған илебеҙ менән бергә булыу хоҡуғын яҡлаусы тарихи ерҙәрҙә йәшәүселәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, Ватан өсөн көрәшеүселәрҙең һәммәһенә лә рәхмәт әйткем килә. Миңә күрһәтелгән ышанысығыҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт.  Рәсәй яҙмышын бөгөнгө һәм киләсәк быуындар хаҡына үҙебеҙ генә билдәләйәсәкбеҙ. Ауыр, һынылышлы осорҙо лайыҡлы үтербеҙ, тағы ла көслөрәк булырбыҙ тип ышанам”, – тине Владимир Путин.

Фото: "Башинформ". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас