Ҡануниәткә ярашлы, илдә яңы Президент вазифаға ингәндә бөтә Хөкүмәт тарҡатыла һәм дәүләт башлығы уларҙы яңынан билдәләй. Был юлы ла шулай булды: 7 майҙа Владимир Путин вазифаһын ҡабул итте, һәм шул уҡ көндө Хөкүмәт отставкаға китте. Әле иһә ул яңы Хөкүмәт ағзаларын билдәләй башланы.
Күптәр өсөн ҡыҙыҡлы булған көс блогы үҙгәрештәре менән таныштырмаҡсыбыҙ. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә “иң билдәле” булған министр – 2012 йылдан оборона министры Сергей Шойгуның вазифаһын ҡалдырыуы күптәр өсөн көтөлмәгән яңылыҡ булды. Саҡ ҡына һуңғараҡ асыҡланыуынса, уны Владимир Путин Именлек Советы секретары вазифаһына тәғәйенләне һәм был туралағы указға ҡул ҡуйҙы.
Федерация Советының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Владимир Путин ҡайтанан тәғәйенләргә тәҡдим итте:
- Владимир Колокольцевты - Эске эштәр министрлығы башлығы вазифаһына;
- Александр Куренковты - Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы вазифаһына;
- Сергей Лавровты - Сит ил эштәре министрлығы башлығы вазифаһына;
- Константин Чуйченко – Юстиция министрлығы башлығы вазифаһына;
- Сергей Нарышкинды - Тышҡы разведка хеҙмәте директоры вазифаһына;
- Александр Бортниковты - Федераль именлек хеҙмәте директоры вазифаһына;
- Виктор Золотовты - Федераль милли гвардия ғәскәрҙәре хеҙмәте директоры вазифаһына;
- Дмитрий Кочневты - Федераль һаҡ хеҙмәте (ФСО) директоры вазифаһына;
- Александр Линцты - Президенттың махсус программалар баш идаралығы начальнигы вазифаһына.
Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков шулай уҡ, Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генераль штабы начальнигы булып генерал Валерий Герасимов ҡаласаҡ, тип хәбәр итте.
Федерация Советының профилле комитеттары Президент тәҡдим иткән кандидатуралар буйынса 13 майҙа консультациялар үткәрә, ә 14 майҙа дөйөм тауыш биреү үтә.
Ә оборона министры итеп Хөкүмәттең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов тәғәйенләнде. Был күптәр өсөн көтөлмәгән яңылыҡ булды. 65 йәшлек Андрей Белоусовтың бар ғүмере иҡтисад менән бәйле. Президенттың был тәғәйенләүен эксперттар ныҡлы уйланған һәм дөрөҫ аҙым тип иҫәпләй. Тимәк, илдең иҡтисады оборона менән бергә барасаҡ.
Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков журналистарға, Белоусовты тәғәйенләү хәрби сығымдарҙың артыуы менән аңлатыла, тине: Оборона министрлығының һәм көс блогының бюджеты яңыраҡ ҡына эске тулайым продукттың өс проценты тирәһендә ине, һуңынан ул 3,4 процентҡа тиклем артты, ә һуңғы ваҡытта 6,7 процентҡа тиклем, ә тиҙҙән 1980 йылдар уртаһы кимәленә етеүе ихтимал, ул ваҡытта иҡтисадта көс блогына сығымдар өлөшө 7,4 процент ине. “Был айырыуса мөһим ҡарарҙарҙы талап итә. Ил иҡтисадында көс блогының иҡтисады бик мөһим урын алып тора. Ул хәҙерге мәлдең динамикаһына тап килергә тейеш”, – тине Дмитрий Песков.
Сергей Шойгуға килгәндә, Именлек советы секретары булыуҙан тыш, ул хәрби-сәнәғәт комплексы буйынса президент урынбаҫары булып китте, шулай уҡ хәрби-техник хеҙмәттәшлек буйынса федераль хеҙмәткә яуаплы буласаҡ. Элекке оборона министры үҙе бик яҡшы белгән өлкәлә эшләүен дауам итәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Песков.