Өфөлә мөһим сәйәси һәм иҡтисади сара үтә

Баш ҡалабыҙ “Валдай” халыҡ-ара дискуссия клубының IV Үҙәк Азия конференцияһын ҡабул итә.

Өфөлә мөһим сәйәси һәм иҡтисади сара үтәӨфөлә мөһим сәйәси һәм иҡтисади сара үтә
Өфөлә мөһим сәйәси һәм иҡтисади сара үтә

Бөгөн Өфөлә ил генә түгел, донъя кимәлендә мөһим сара үтә. Баш ҡалабыҙ “Валдай” халыҡ-ара дискуссия клубының IV Үҙәк Азия конференцияһын ҡабул итә. Сараны асыуҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

“Валдай” клубының Үҙәк Азия конференцияһы – Үҙәк Азия алдында торған халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе һәм саҡырыуҙарҙы баһалау өсөн иң ҙур интеллектуаль майҙансыҡ. Быйыл Өфө Рәсәй, Һиндостан, Ҡазағстан, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Тажикстан һәм Үзбәкстандан эксперттарҙы ҡабул итә. Быйылғы конференцияның темаһы –“Рәсәй һәм Үҙәк Азия: үҙгәреүсән донъя ысынбарлығында үҫеш һәм хәүефһеҙлек”.

Шулай уҡ сараны асыу тантанаһында “Валдай” Халыҡ-ара дискуссия клубын үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды советы рәйесе Андрей Быстрицкий һәм онлайн тәртиптә Рәсәй сит ил эштәре министры урынбаҫары Михаил Галузин ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фекере буйынса, “Валдай” дискуссия клубы ике тиҫтә йыл инде халыҡ-ара сәйәсәттең һәм глобаль хәүефһеҙлектең төп мәсьәләләрен тикшереү өсөн төп донъя эксперттарын берләштерә. Уның фекеренсә, Өфө конференцияны уҙғарыу урыны итеп осраҡлы һайланмаған.

Европа менән Азия тоташҡан ерҙә урынлашҡан Башҡортостан быуаттар дауамында бик күп ултыраҡ һәм күсмә халыҡтарҙың, уларҙың телдәре һәм мәҙәниәттәренең киҫешеү урыны булған. Бында Алтын Урҙа дәүерендәге күсеп йөрөү үҙәктәренең береһе, Волга буйы Болғарынан Урта Азияға һәм Себергә сауҙа туҡталыштары һәм каруан юлдары урынлашҡан.

Радий Хәбиров әле республикала билдәле боронғо тарих ҡомартҡылары урынлашҡан биләмәлә Евразия күсмә цивилизациялар музейы төҙөлөүе хаҡында һөйләне.

“6 июлдә ҙур визит-үҙәк асабыҙ. Музей артабан да киңәйә һәм яңы объекттар менән тулылана”, – ине ул.

Радий Хәбиров республикала милләт-ара конфликттарҙың булмауы хаҡында һөйләне.

– Беҙ “түҙемлелек”те аңлатҡан “толерантлыҡ” һүҙен әйләнештән алдыҡ. Башҡортостанда кешеләр бер-береһенә түҙмәй, мәжбүри эргәлә булыу кәрәклеге менән килешмәй. Башҡорттар, рустар, татарҙар, мариҙар, сыуаштар, православие динендәгеләр, мосолмандар, йәһүдтәр – барыһы ла бала саҡтан дуҫ. Бергә үҫә, уҡый, хеҙмәт итә, өйләнә, ҡатнаш ғаиләләр төҙөй, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда күп телле мөхит формалашҡан. Балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә уҡытыу алты телдә алып барыла, 13-ө туған тел булараҡ өйрәнелә. Республикала 8 полилингваль мәктәп булдырылған, унда балалар бер юлы бер нисә телдә уҡый.

Республика Үҙәк Азия илдәре менән берлектә иҡтисади һәм гуманитар проекттарҙы тормошҡа ашыра, тип билдәләне Радий Хәбиров. Һөҙөмтәлә былтыр Үҙәк Азия илдәре менән тауар әйләнеше туғыҙ процентҡа артты. Бөгөн йөҙҙән ашыу дәүләт-сауҙа партнерҙары араһында уларҙың өлөшө беҙҙең тышҡы сауҙа әйләнешенең дөйөм күләмендә дүрттән бер өлөшкә тиерлек етте.

Конференцияла ҡатнашыусыларға Радий Фәрит улы Өфө рәссамы Александр Скорняковтың “Доғаңды ҡыл, туған, ә мин һине ҡаплайым” һүрәтен күрһәтте.

– Мин уны Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашҡан саҡта уға күрһәттем. Сөнки был –МХО-ла бик кәрәк булған дуҫлыҡ һәм ярҙамы символы. Беҙҙең яугирҙәр тап ошолай алыша,– тине етәксе.

Шулай уҡ Радий Хәбиров көҙөн Өфөлә үтәсәк Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлегенең 20-се форумына саҡырҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иҫәпләүенсә, республика иҡтисади, гуманитар, социаль, мәҙәни һәм дини күрһәткестәр буйынса Үҙәк Азияның күп кенә илдәре менән яҡын һәм оҡшаш.

“Мөмкинлектәр байтаҡ. Һәм, ул теге йәки был дәүләттән айырыла. Мәҫәлән, Ҡаҙағстан менән эш иткәндә, нефть сығарыу һәм эшкәртеү өлкәһенә ҡағылышлы барлыҡ мәсьәләләр ҙә беҙҙе ҡыҙыҡһындыра. Үзбәкстан тураһында һөйләгәндә, беҙҙе ағас эшкәртеү, еңел сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлек менән бәйле проекттар ҡыҙыҡһындыра. Бөтә дәүләттәрҙең дә иҡтисады төрлө планлы, шуға күрә иҡтисадыбыҙҙы диверсификациялау өсөн ҙур һәм күләмле һайлауыбыҙ бар. Был бындай шарттарҙа бик мөһим. Уртаҡ проекттар күп, улар тормошҡа ашырылыу процесында”, – тине ул.

Сараны асыу барышында Андрей Быстрицкий сығыш яһаны һәм конференция үткәреү урыны тип Башҡортостанды һайлау логика ярашлы тине.

– Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Башҡортостан Үҙәк Азия илдәре менән төрлө мөнәсәбәттәргә тәрән индерелгән. Был йәһәттән беҙгә Үҙәк Азия илдәре эксперттарының үҙ илдәренең мәнфәғәттәре тупланған ерҙә булыуҙары тәбиғи кеүек тойола ине. Икенсенән, был дүртенсе конференция, үҙ-ара эш итеү линияһының сиктәрен билдәләйбеҙ. Был йәһәттән, Өфө – тарихи, мәҙәни йәһәттән дә, Рәсәй менән Үҙәк Азия араһында үҙ-ара эшмәкәрлек йәһәтенән дә бик мөһим ҡалаларҙың береһе. Был уникаль биләмә. Бынан тыш, Башҡортостанға ҡунаҡсыллыҡҡа һәм үҙ-ара конструктив эшмәкәрлеккә һоҡланыуымды белдерергә тейешмен. Конференция – билдәле көс талап итеүсе нәмә, һәм ойоштороуға күп нәмә бәйләнгән. Бында, Башҡортостандағы коллегаларыбыҙ ярҙамында, ул уңышлы үтһен, һәм эш конструктив булһын өсөн барыһы ла эшләнгән, – тине Андрей Быстрицкий.

Урта Азия илдәре етәкселәре Көнбайыш менән саманан тыш яҡынайыу һәм Рәсәйгә ҡаршы санкцияларға ҡушылыу хәүефен аңлайҙыр, моғайын, тип белдерҙе Рәсәйҙең сит ил эштәре министры урынбаҫары Михаил Галузин.

Көнбайыш Урта Азия дәүләттәренә ҙур инвестициялар вәғәҙәләй, уларҙы партнерлыҡ программаларына йәлеп итергә тырыша һәм көнбайыш ҡорамалдарын файҙаланып, хәүефһеҙлек мәсьәләләрендә ярҙам тәҡдим итә, тип билдәләне чиновник.

Уның һүҙҙәренсә, Көнбайыш төбәкте үҙенә яраҡлаштырып, уның тәбиғәт ресурстарына юлды туҡтатырға, уның эргәһендәге транспорт коридорҙарын контролгә ҡуйырға, Үҙәк Азияны Рәсәй хәүефһеҙлеге өсөн янаған плацдармға әүерелдерергә тырышыуҙы ҡалдырмай.

“АҠШ һәм НАТО Үҙәк Азия илдәрен партнерлыҡ программаларына һәм тренингтарына йәлеп итергә, төбәк биләмәһендә уртаҡ уҡыуҙар үткәрергә һәм үҙҙәренең инфраструктураһын урынлаштырырға тырыша. Дошмандарыбыҙҙың стратегик иҫәпләүҙәре асыҡ күренә: был Рәсәй һәм Үҙәк Азия республикалары араһында ыҙғыш тыуҙырыу, уларҙың мөнәсәбәттәрен тарҡатыу. Океан аръяғында һәм Брюсселдә, Үҙәк Азия илдәре көнбайыш экспансияһына ҡаршы төшмәҫ, тип уйлайҙарҙыр, күрәһең. Был маҡсаттарға өлгәшкәс, Үҙәк Азия илдәре хөкүмәттәре Көнбайыш өсөн юлдаш булыуҙан туҡтаясаҡ, тимәк, тулы кимәлдә төҫлө революция хәүефе янаясаҡ. Үҙәк Азияның баш ҡалаларында Көнбайыш менән артыҡ яҡынлашыуҙан, уларҙың юлында йөрөүҙән, Рәсәйгә ҡаршы рестрикцияларға ҡушылыуҙан барлыҡ хәүефтәрҙе һәм потенциаль зыянды аңлауҙарына ышанабыҙ”, - тине Михаил Галузин.

Министр урынбаҫары фекеренсә, Рәсәй Үҙәк Азия илдәренең ышаныслы партнеры булды һәм булып ҡала.

Михаил Галузин Башҡортостан етәкселегенә ошо абруйлы майҙансыҡта сығыш яһау мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтте һәм конференцияла ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы, уңышлы фекер алышыуҙар теләне.

Артабан эш сессиялар форматында дауам итте. 

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

 

Өфөлә мөһим сәйәси һәм иҡтисади сара үтә
Өфөлә мөһим сәйәси һәм иҡтисади сара үтә
Өфөлә мөһим сәйәси һәм иҡтисади сара үтә
Өфөлә мөһим сәйәси һәм иҡтисади сара үтә
Өфөлә мөһим сәйәси һәм иҡтисади сара үтә
Өфөлә мөһим сәйәси һәм иҡтисади сара үтә
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас