Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Май 2024, 13:30

Зөһрә Гордиенко – министр!

Ул быға тиклем ҡайҙарҙа эшләгән? Биографияһына күҙ һалайыҡ.

Зөһрә Гордиенко – министр!
Зөһрә Гордиенко – министр!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Зөһрә Гордиенко Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры итеп тәғәйенләнде.

Гордиенко Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы 1976 йылдың 23 ноябрендә Учалы районының Рәсүл ауылында тыуған. Көнсығыш иҡтисад, гуманитар фәндәр, идара итеү һәм хоҡуҡ институтын тамамлай. ”Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы“ исеменә лайыҡ булған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Учалы ҡала-район эске эштәр бүлегендә  башлай.

1995 – 2002 йылдарҙа физик культура уҡытыусыһы, Межозёрный төп дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары.

2002 – 2007 йылдарҙа физик культура уҡытыусыһы, Учалы районының 12-се Башҡорт лицейының тәрбиә эше буйынса директоры.

2007 йылда Учалы районы һәм Учалы ҡалаһы Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенең мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау филиалы директоры.

2007 – 2011 йылдарҙа Учалы районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе.

2011 йылда “Горняк” стадионы директоры.

2011 – 2020 йылдарҙа Учалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары, Учалы районы хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары.

2020 – 2024 йылдарҙа Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы, Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы.

Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.

Фото: glavarb.ru

Автор: Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас