Премьер-министр Андрей Назаров һәм Ҡытай төбәге губернаторы Ли Лэчэн Башҡортостандың Ляонин провинцияһы менән хеҙмәттәшлеген үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Осрашыу Ҡытай Халыҡ Республикаһына рәсми сәфәр сиктәрендә үтте. Унда республиканан делегация 15-18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса эшләй. Делегация составына 100-гә яҡын кеше, шул иҫәптән бизнес-берләшмә вәкилдәре инде.
Андрей Назаров билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа Рәсәй-Ҡытай мөнәсәбәттәре бығаса булмаған кимәлгә еткән. Ике ил араһында тауар әйләнеше үҫеүен дауам итә.
– Ярты йыл элек үткән сәфәребеҙҙә беҙ бергәләп эшләүҙең көнүҙәк йүнәлештәрен билдәләнек. Уларҙы өс йылға иҫәпләнгән юл картаһында дөйөмләштерҙек. Проект 38 позицияны үҙ эсенә ала. Улар машиналар эшләү, нефть химияһы, ауыл хужалығы һәм электр энергетикаһы өлкәһендә берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. Башҡортостан менән Ҡытайҙың хеҙмәттәшлеге 25 йылдан ашыу элек тап Ляонин провинцияһынан башланған, – тине БР Премьер-министры.
Провинция губернаторы Ли Лэчэн Ҡытай менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәрҙең юғары кимәлдә булыуын билдәләне һәм бизнес-миссияны юғары ойошторғаны өсөн Башҡортостандың Ҡытай Халыҡ Республикаһындағы вәкиллегенә рәхмәт белдерҙе. Ул Ҡытайҙың Рәсәй төбәктәре менән хеҙмәттәшлеккә ҙур иғтибар бүлеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Андрей Назаров билдәләүенсә, 2023 йылда Ҡытайға 44 миллион долларға 72 мең тоннанан ашыу продукция экспортланған. Төп өлөштө көнбағыш майы (67 процент) һәм етен орлоҡтары (21 процент) биләй.
– Тура авиабәйләнеш асыу хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн мөһим фактор буласаҡ. Шулай уҡ Башҡортостандың Ляониндағы вәкиллеген урынлаштырыу өсөн офис ойоштороуҙа ярҙам итһәгеҙ, беҙ ҙә Ляониндың Өфөләге вәкиллеге өсөн уңайлы шарттарҙа бина табасаҡбыҙ, – тине Андрей Назаров.
Бынан тыш, яҡтар гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Андрей Назаров, ғилми берләшмәләр, юғары уҡыу йорттары араһында бәйләнештәрҙе киңәйтергә, шулай уҡ берлектәге ғилми проекттарҙы тормошҡа ашырырға кәрәклеген белдерҙе.
Осрашыуҙы тамамлап, Башҡортостан делегацияһы башлығы Ҡытайҙан коллегаһын Өфөгә, баш ҡаланың 450 йыллығына саҡырҙы.
Фото: mgazeta.com