Тағы ла бер етәксе ҡулға алынды

Ул ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә

Тағы ла бер етәксе ҡулға алындыТағы ла бер етәксе ҡулға алынды
Тағы ла бер етәксе ҡулға алынды

Төбәк федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре “Башҡортостан электр селтәрҙәре” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры һәм Ағиҙел ҡала советы депутаты Павел Багаевты ҡулға алды – уны айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләйҙәр.

Тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре фаразы буйынса, ул эшҡыуарҙарға элек Ағиҙел атом электр станцияһы төҙөлөшөндә ҡулланылған мөлкәтте һатырға ярҙам иткән. Депутат бөтәһе 1 миллион 650 мең һум күләмендә ришүәт алған. Аҡса өлөшләтә ҡулаҡса һәм ҡулаҡсаһыҙ күсереүҙәр менән тапшырылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: “Беҙҙең арабыҙҙа коррупционерҙар булырға тейеш түгел”, - тип белдергәйне.

Фото: скриншот.

Видеояҙма сығанағы: https://t.me/c/1601276259/17753

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас