Кисә кискә ҡарай Ирандан хәүефле хәбәрҙәр килә башланы: президенттары Ибраһим Раиси ултырған вертолет ҡолаған һәм уны таба алмайҙар. Шунда уҡ илдең ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәре урынға юлланды һәм дәүләт башлығын эҙләү башланды. Ә бөгөн иртә менән ҡайғылы хәбәр килде: президент һәләк булған. Уға 63 йәш ине.
Фажиғә 19 майҙа көндөҙ булған. Раиси ул көндә Азербайжан Президенты Илһам Алиев менән осрашҡан ине. Рәсми сараларҙан һуң ул “Белл-212” вертолетына ултыра һәм Тегеран яғына ҡарай оса. 30 минут үткәндән һуң вертолет Азербайжандың көнсығышында ҡолай. Быға ҡуйы томан һәм электрониканың эштән сығыуы ғәйепле була.
Вертолетты эҙләү 12 сәғәттән ашыу бара. Тәүҙә ундағы кешеләр иҫән тигән хәбәр тарала. Шуға барыһы ла яҡшыға өмөт итте. Әммә бөгөн иртә менән насар хәбәр раҫланды. Әйткәндәй, ҡолаған бортты эҙләү өсөн Рәсәйҙән дә ҡотҡарыусылар юлланғайны...
2021 йылда Раиси Иран Президенты итеп тәғәйенләнде. Уға тиклем сәйәсмән Ирандың юғары судьяһы һәм генераль прокуроры вазифаларын биләгән. Уның сеид тигән абруйлы титулы булған, был Мөхәммәт пәйғәмбәр вариҫтарына ҡарағанлығын белдерә. 2019 йылдан Америка Ҡушма Штаттары һәм Европа союзы санкциялары аҫтында була. Өйләнгән, уның хәләл ефете – философия фәндәре докторы, яҙыусы, уларҙың ике ҡыҙы бар.
Президенттан тыш, бортта сит ил эштәре министры Хөсәйен Әмир Абдулахиан, Көнсығыш Азербайжан губернаторы Малик Рәхмәти һәм Тебриз имамы Мөхәммәт Әли әл-Хашем да булған, уларҙың барыһы ла һәләк булған.
Фото: www1.news.ru