Енәйәт эше ҡуҙғатылды

Ғәйепләнеүсе өйөнә килеп ҡулға алғандар...

Енәйәт эше ҡуҙғатылдыЕнәйәт эше ҡуҙғатылды
Енәйәт эше ҡуҙғатылды

Өфөлә Өфө фән һәм технологиялар университетының Стратегик үҫеш буйынса проректоры – 47 йәшлек Азат Йәнгировтың ҡулға алыныуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Мәғлүм булыуынса, Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене өйөнә килеп ҡулға алған. Әле уға ҡарата “ришүәт алыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

2020 йылдың ноябренән 2023 йылдың июненә тиклем, Башҡортостан Респҡубликаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры булған саҡта, ул бер нисә хеҙмәткәренә премиялар тәғәйенләгән. Эштән бушатыу ҡурҡынысы аҫтында ҡул аҫтындағылар уға дәртләндереү түләүҙәрен тапшырған. Тәфтишселәр фекеренсә, ул тәртип боҙоуҙарҙы асыҡлағанда уларға яуаплылыҡ сараларын ҡулланмаҫҡа вәғәҙә иткән, шулай уҡ премиялар түләүҙе тәьмин иткән.

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас