Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы һайлауында ҡатнаша. 4 июндә уҙған “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында делегаттар уның кандидатураһын хуплауын белдерҙе.
Өфө фән һәм технологиялар университетының финанс һәм һалым һалыу кафедраһы мөдире, иҡтисад фәндәре кандидаты Гүзәлиә Әпҡәдир ҡыҙы Ғәлимова белдереүенсә, әгәр ошо сылбырҙан был иҡтисади бәйләнештәрҙең инициаторы Радий Хәбировты юғалтһаҡ, был республиканың бөтә иҡтисадына бик кире йоғонто яһаясаҡ.
– Республика һуңғы осорҙа ярайһы уҡ юғары күрһәткестәр күрһәтте. Тәү сиратта иҡтисади үҫештә һәм инвестициялар йәлеп итеү әүҙемлегендә.
Башҡортостандың халыҡ-ара кимәлгә сығыуы республика өсөн төп үҫеш драйверҙарының береһе булды. Яҡын һәм алыҫ сит илдәр менән килешеүҙәр төҙөлә.
Халыҡ-ара хеҙмәттәшлектәге партнерҙар тармаҡтар һәм килешеү төҙөлгән илдәр күҙлегенән дә аныҡ билдәләнде. Төп уҙаҡташтар – Алыҫ Көнсығыш дәүләттәре, шулай уҡ Яҡын Көнсығыш, Үҙәк Азия, Төркиә, Азербайжан һәм Беларусь илдәре. Халыҡ-ара бәйләнештәр арҡаһында беҙҙә сит ил тауарҙары ғына түгел, тәү сиратта иҡтисадтың реаль секторҙарына, төрлө производстволарҙы булдырыуға һәм эшләтеп ебәреүгә ҙур өлөш индерелә.
Бындай килешеүҙәрҙә уҙаҡташтар өсөн төбәк етәкселегенә ышаныу бик мөһим. Бөтә иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҙгәртеп ҡороу һәм ҡайтанан ҡарау шарттарында төҙөлгән бәйләнештәр өсөн бер субъекттың эшмәкәрлеген туҡтатыу бөтә проектты тормошҡа ашырыуға кире йоғонто яһай. Әлбиттә, әгәр ошо сылбырҙан был иҡтисади бәйләнештәрҙең инициаторы Радий Хәбировты юғалтһаҡ, үҙгәрештәр республиканың барлыҡ иҡтисадына бик кире йоғонто яһаясаҡ. Был бәйләнештәрҙе яңынан булдырыу бик ауыр, ҡайһы берҙә мөмкин дә түгел, - тине Гүзәлиә Ғәлимова.
Фото Гүзәлиә Ғәлимованың шәхси альбомынан.