Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Июнь 2024, 14:50

Партия Радий Хәбировҡа ышаныс белдерҙе

Ул “Республика 3Д: ЛАЙЫҠЛЫ ЙӘШӘРГӘ. ОҘАҠ. ӨЙҘӘ!” девизы аҫтында һайлауҙа ҡатнаша.

Партия Радий Хәбировҡа ышаныс белдерҙеПартия Радий Хәбировҡа ышаныс белдерҙе
Партия Радий Хәбировҡа ышаныс белдерҙе

Бөгөн Өфөләге “Өфө-Арена” универсаль спорт аренаһы майҙансығында “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең етәкселәре, Мәскәүҙән партия етәкселеге һәм беренсел ойошмалары делегаттары ҡатнашлығында конференция үтте.

Унда партия Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп күрһәтте.

Ҡарар партия конференцияһында йәшерен тауыш биреү юлы менән ҡабул ителде. Башҡортостан башлығын һайлау өс көн: 8, 9 һәм 10 сентябрҙә үтәсәк. Башҡа сәйәси партиялар әлегә үҙ кандидаттарын тәҡдим итмәгән. Радий Хәбиров: “Республика 3Д: ЛАЙЫҠЛЫ ЙӘШӘРГӘ. ОҘАҠ. ӨЙҘӘ!” девизы аҫтында һайлауға бара.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Партия Радий Хәбировҡа ышаныс белдерҙе
Партия Радий Хәбировҡа ышаныс белдерҙе
Партия Радий Хәбировҡа ышаныс белдерҙе
Партия Радий Хәбировҡа ышаныс белдерҙе
Партия Радий Хәбировҡа ышаныс белдерҙе
Партия Радий Хәбировҡа ышаныс белдерҙе
Партия Радий Хәбировҡа ышаныс белдерҙе
Партия Радий Хәбировҡа ышаныс белдерҙе
Партия Радий Хәбировҡа ышаныс белдерҙе
Партия Радий Хәбировҡа ышаныс белдерҙе
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас