Башҡортостанда йәнә тыныс тормошто болғарға тырышыусылар килеп сыҡты. Бер төркөм кешеләр, юҡ, яңылар түгел, ә шул уҡ ғинуарҙа Баймаҡ ваҡиғаларын ҡуҙғытыусылар эше был. Был юлы иғтибарҙары үҙәгендә – Хәйбулла районының Подольск ауылы.
Төп провокатор – Илдар Йомағолов. Ул быға тиклем дә халыҡты тәртипһеҙлектәргә саҡырыуҙар менән бәйле хоҡуҡ һаҡлау органдарының күҙ уңына салынғаны бар ине һәм әлеге ваҡытта йәшеренә. Ул интернет селтәрендә Хәйбулла районының Подольск халҡын күсереү мәсьәләһе буйынса экстремистик фекерҙәр әйткән видеомөрәжәғәт урынлаштырған. Был мөрәжәғәтте, ғәҙәти схема буйынса “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәрендә, Телеграм-каналдарҙа таратыусылар табылды. Әйткәндәй, был яҙмаларҙы урынлаштырған сәхифәләр бер иш тиерлек: шул уҡ яҙмалар баҫтырыла, бер үк саҡырыуҙар, бер үк фекерҙәр. Бер үк кешеләр комментарийҙар яҙа... Ҡыҫҡаһы, видеояҙма махсус булдырыла һәм таратыу өсөн бер үк сәхифәләргә ебәрелә.
Ә эш нисек тора һуң? Май аҙағында Аҡъярҙа Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Унда күсеү процедураһының законлылығын тәьмин итеү тикшерелде. Подольск халҡын күсереүҙе йәмәғәт тыңлауҙарында раҫланған программа буйынса “Урал тау-металлургия компанияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ғәмәлгә ашыра.
Ауылды был урында баҡыр табыу сәбәпле күсерәләр. Эйе, хәл төрлө яҡлы, тик барыһы ла көйләнгән һәм контролдә. Видеояҙма авторҙары халыҡты көсләп күсерәләр тигән хәбәр тарата. Ә бит Подольск халҡы уларҙы күсереү ихтималлығы тураһында әллә ҡасандан белә. Баҡыр-цинк ятҡылығы бында 70-се йылдарҙа уҡ асылған. Шуға күрә уларҙың күбеһе быға әхлаҡи яҡтан әҙер.
Бында йәшәгән кешеләрҙең өс варианты бар: Подольск-2 – яңы төҙөләсәк ҡасабаға, Аҡъярға – яңы биҫтәгә күсеп барырға йәки йорттарын баҙар хаҡы буйынса һатырға һәм үҙ аллы торлаҡ һатып алырға.
Илдар Йомағолов, Подольск халҡы киләһе йылда уҡ Подольск-2-гә – канализация үткәрелмәгән йорттарға күсереләсәк, тип ышандыра. Әлбиттә, уларҙы бер кем дә бындай йорттарға күсермәйәсәк. Сөнки, пландар буйынса ҡасабаны төҙөү 2026 йылда саҡ башланасаҡ ҡына. Кешеләр төҙөкләндерелгән йорттарға, кәрәкле инфраструктураһы булған ҡасабаға күсәсәк. Кемдең теләге бар, улар район үҙәген – Аҡъяр ауылын һайлай ала. Бында Подольск халҡы өсөн микрорайон төҙөлә. Өсөнсө вариант – йорттарын һатыу провокаторға бигерәк ҡурҡыныс булып тойола. Шул уҡ ваҡытта бындай вариант та насар түгел: йорттар һәм участкаларҙы компания баҙарҙағыға ҡарағанда ҡиммәтерәккә һатып ала.
Ауылда ысынлап та күсергә теләмәгән кешеләр бар. Компания улар менән шәхси һөйләшеүҙәр алып бара. Бөгөндән күсеп киткәндәр ҙә юҡ түгел. Бында шуныһы мөһим – Подольск халҡын күсереү мәсьәләһен УГМК хәл итә. Республика һәм урындағы властарҙың бурысы иһә ғәмәлдәрҙең законлылығын һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын үтәүҙе тәьмин итеү.
Был ғына етмәгән, Илдар Йомағолов, йәнәһе лә, сеймал туранан-тура Ҡытайға һатыласаҡ, һәм республика етәкселеге шуның иҫәбенә байырға маташа тип тә яла яғып маташа. Был мәғлүмәт ҡайҙан килә? Урал тау-металлургия компанияһы баҡыр эшкәртеү менән шөғөлләнә. Улар баҡыр катанкаһы, кабель продукцияһы, баҡыр электролитик онтаҡ, шулай уҡ халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештерә. Быларҙың барыһын да компания башлыса Рәсәйҙә әҙер продукция етештереүселәргә һата.
Был хәлдәр буйынса үҙ фекере менән политолог, БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының өҫтәмә белем биреү һәм инновациялы үҫеш департаменты начальнигы Тимур Вәлитов уртаҡлашты.
“Теге ваҡыт, ғинуарҙа Баймаҡтағы ваҡиғаларҙы ҡуйыртҡан һәм негатив менән сығыш яһаған провокаторҙар яңынан дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратыуҙа күҙәтелә – был юлы Подольск халҡын күсереү буйынса. Уларҙың маҡсаты – республика власына ышанысты ҡаҡшатыу һәм протест әүҙемлеге булдырыу. Провокацияның төп геройы – киң тәртипһеҙлектәргә саҡырыуҙарға бәйле хоҡуҡ һаҡлау органдарынан йәшеренгән Илдар Йомағолов. Йомағоловтың видеомөрәжәғәтен таратҡан социаль селтәрҙәр экстремист Руслан Ғәббәсовтың * һәм Канадала йәшәгән Руслан Сөләймәновтың эшмәкәрлеге менән бәйле. Республика һәм муниципаль властарға килгәндә, улар был процеста аралашсы булараҡ ҡына сығыш яһай, уларҙың бурысы – граждандарҙың хоҡуҡтарын үтәүҙе күҙәтеү”, – тине ул.
* Руслан Ғәббәсов сит ил агенты тип танылды, Рәсәй финанс мониторингы тарафынан террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде.
Фото: "Башинформ".