4 июндә Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең форумы үтте. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән партия ағазалары, делегаттар ҡатнашты. Сарала махсус хәрби операцияға ярҙам иткән йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Улар ҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы һайлауҙарына кандидат итеп күрһәтеүен хуплауын белдерҙе.
Яугир ғаиләләре комитеты ағзаһы, “Ышаныслы Башҡортостан тылы” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Юлиә Илдар ҡыҙы Хәлилова белдереүенсә, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам ойоштороуҙы, ирекмәндәр хәрәкәтен Радий Хәбиров башлап ебәрҙе.
– Беҙҙең Башҡортостан махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам оҙатыу буйынса илдә тәүге урындарҙы биләй. Беҙ – “Ышаныслы Башҡортостан тылы” гуманитар ярҙам йыйыу менән генә шөғөлләнмәйбеҙ, ә ярҙам итә алған һәм теләгән кешеләрҙе берләштереп алдыҡ. Шуның өсөн кешеләр беҙгә килеп, ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушыла. Мәҫәлән, ололар ойоҡ һәм бейәләй бәйләй, кемдер төрлө ризыҡтар бешереп килтерә. Уларҙың үҙҙәренең ярҙам иткеләре килә. Был беҙҙең яҡынлашҡан Еңеүгә берҙәм ярҙам итеү теләгенән сығып эшләнә. Шуға “Ышаныслы Башҡортостан тылы”н ойоштороп, кешеләрҙе бергә йыйып, бергә ярҙам итәбеҙ. Битараф булмаған кешеләр күп. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам ойоштороуҙы, ирекмәндәр хәрәкәтен Радий Хәбиров башлап ебәрҙе. Ул бар яҡлап ярҙам итә. Яугирҙәребеҙ өсөн янып-көйөп торған Радий Хәбировҡа рәхмәт, киләсәктә бергәләп еңеүҙе ҡаршыларбыҙ, тип ышанам, – тии уртаҡлашты Юлиә Хәлилова.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.