Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Июнь 2024, 09:30

Билдәләнгән йүнәлештә барырға кәрәк

Халыҡ ышанысына таянып эш итеү - республикабыҙға тағы ла бейегерәк үрҙәрҙе яулауҙа этәргес буласаҡ

Билдәләнгән йүнәлештә барырға кәрәкБилдәләнгән йүнәлештә барырға кәрәк
Билдәләнгән йүнәлештә барырға кәрәк

"Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы һайлауында ҡатнашыуға кандидат итеп тәҡдим иттеләр.

Өфө фән һәм технологиялар университетының Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтының иҡтисад һәм төбәк үҫеше кафедраһы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Розалия Радмир ҡыҙы Шәрәфуллина ошо ваҡиға ҡарата фекере менән уртаҡлашты.

– Фән һәм мәғариф өлкәләренә иғтибар ҙур, инвестицияларҙы йәлеп итеү өсөн оло федераль проекттарға ҡушылып эш итеү, сәнәғәт өлкәһендә үҫеш дауам итә. Халыҡ-ара бәйләнештәр һаны буйынса даими эштәр башҡарыла. Билдәләнгән йүнәлештә артабан да барырға кәрәк.

Һәр ваҡыттағыса үҫештең төп факторы - республикабыҙҙың тырыш, эшһөйәр халҡы. Халыҡ ышанысына таянып эш итеү - республикабыҙға тағы ла бейегерәк үрҙәрҙе яулауҙа этәргес буласаҡ, – тине Розалия Шәрәфуллина.

Фото: Розалия Шәрәфуллинаның шәхси альбомынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас