Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Июнь 2024, 18:57

Башҡортостан менән Тамбов өлкәһе хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

6 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Тамбов өлкәһе Башлығы Максим Егоров сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан менән Тамбов өлкәһе хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнөБашҡортостан менән Тамбов өлкәһе хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө
Башҡортостан менән Тамбов өлкәһе хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Яңы документ 1999 йылда төҙөлгән төбәк-ара килешеүҙе заманса йүнәлештәргә, шарттарға яраҡлаштырҙы. Тамбов өлкәһе менән хеҙмәттәшлекте нығытыуҙың маҡсаты – хужалыҡ бәйләнештәрен киңәйтеү һәм яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

 

Радий Хәбиров Тамбов өлкәһе делегацияһын Өфөнөң 450 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы. Улар 2024 йылдың йәй аҙағында уҙа.

Башҡортостан менән Тамбов өлкәһе хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө
Башҡортостан менән Тамбов өлкәһе хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас