Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Июнь 2024, 16:40

Радий Хәбиров Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов менән осрашты

Бөгөн Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов менән осрашты.

Радий Хәбиров Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов менән осраштыРадий Хәбиров Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов менән осрашты
Радий Хәбиров Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов менән осрашты

Көн тәртибендә – милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һәм хәҙерге геосәйәси шарттарҙа Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу мәсьәләләре.

Рәсәйҙең Милләттәр эше буйынса федераль агентлығы етәксеһе һүҙҙәренсә, башҡа илдәр Рәсәйҙең күп милләтле республикаларында деструктив эшмәкәрлек алып барырға тырыша. Шуға бәйле Игорь Баринов Башҡортостан етәкселеге тарафынан күрелгән төбәктәге милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү сараларын юғары баһаланы.

– Башҡортостан милләт-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡ, йәмәғәт тотороҡлоғо өлгөһө булды һәм булып ҡала, – тип билдәләне төбәк башлығы Радий Хәбиров. –  Республикала бөтә халыҡтар өсөн тиң мөмкинлектәр, уларҙың мәҙәниәтен, йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлау өсөн шарттар булдырылған.

Радий Хәбиров Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов менән осрашты
Радий Хәбиров Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов менән осрашты
Радий Хәбиров Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Баринов менән осрашты
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас