

Өфөлә "Граждандарҙың һәм юридик берәмектәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау институты булараҡ нотариаттың үҫеш тенденциялары” темаһына Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институты директорының беренсе урынбаҫары, юридик фәндәр кандидаты, доцент Айгөл Хәлиуллина аңлатма бирҙе.
– Башҡортостан Нотариаль палатаһы структура яғынан ғына түгел, функциональ яҡтан да камиллаша бара. Быға ярҙам итеүсе инструменттарҙың береһе – көнүҙәк проблемаларҙы асыҡлаусы һәм хәл итеү юлдарын тәҡдим итеүсе ғилми-ғәмәли түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү. Шуныһы шатлыҡлы, Өфө фән һәм технологиялар университетының профессор-уҡытыусылар составы был сараларҙан ситтә ҡалмай һәм уларҙа әүҙем ҡатнаша, – тип билдәләне ул һәм республиканың Нотариаль палатаһына емешле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.
Альберт Заһиров фотоһы.
Сығанаҡ: resbash.ru