Был аҙнала телеграм-каналдар нимәләр яҙҙы һәм уларҙы нисек таҙа һыуға сығарҙылар? Барыһы ла беҙҙең сираттағы күҙәтеүҙә.
Башҡорт телендә алып барылған “Ханзаман” телеграм-каналы (https://t.me/bashkhanzaman ) Хәйбулла районына иғтибар итте. “Рөстәм Шәрипов район һабантуйының төп ҡунаҡтары ниндәй булырға тейешлеген күрһәтте”, тип яҙҙылар улар. Хакимиәт башлығы иһә үҙенең телеграм-каналында район һабантуйының нисек үтеүе тураһында бәйән итте.
“Быйыл һабантуйҙың төп ҡунаҡтары беҙҙең яугирҙәр булды. Уларҙың бишәүһенә тантаналы шарттарҙа лайыҡлы наградалар – генерал Шайморатов миҙалдары тапшырылды. Кемдер ялда, ҡалғандары яраланғандан һуң реабилитация үтә. Уларҙың барыһы ла, әлбиттә, беҙҙең геройҙар! Яҡташтарым исеменән егеттәрҙе миҙалдар менән ихлас ҡотлайым һәм тағы ла бер тапҡыр фиҙакәрлек, тәүәккәллек һәм рух көсө өсөн рәхмәт әйтәм. Уларға хеҙмәттәрен шундай уҡ сыҙамлыҡ һәм тәүәккәллек менән дауам итергә, ә ҡалғандарға тиҙерәк һауығыуҙарын теләйем! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, яугирҙәр!” – тип яҙҙы ул.
“Уфимский визионер”( https://t.me/nonhistory ) телеграм-каналы уҙған аҙнала “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының конференцияһы һәм унда көтөлгәнсә Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидатлыҡҡа тәҡдим итеүҙәренә иғтибар итте. Быйыл был сәйәси сараның форум рәүешендә үтеүе, шунда уҡ гуманитар йөк оҙатылыуы, билдәле кешеләр булыуына ҡарамаҫтан, был яңылыҡ федераль баҫмаларҙа “юғалып ҡалды”. Ә бына Андрей Турчакты Алтай Республикаһы Башлығы итеп тәғәйенләү һәм Ольга Бузованың сәхнә кейеме ҙур һорау менән ҡулланды. Әйткәндәй, республиканың, айырыуса Өфөнөң юбилей саралары алдынан бындай үҙенсәлекле пиар өсөн Бузоваға “рәхмәт” әйтер кәрәк тигән фекерҙә канал. Сөнки, моғайын, күптәрҙә Башҡортостанда күңеллелер һәм унда мотлаҡ барырға һәм күрергә кәрәк тигән уй ҡалғандыр, шулай уҡ республикала әҙәплелек өсөн уяу булыуҙарын һәм быны нисек эшләүҙәрен ҡарарға кәрәклеген билдәләгән кешеләрҙең һаны артҡандыр..
Һәр ваҡыттағыса “Фактчекинг по-башкирски” (https://t.me/bashFCK) телеграм-каналы әүҙемлек күрһәтә һәм республикалағы хәл-ваҡиғаларҙы яҡтырта.
Мәҫәлән, бер көндө Үрге Йәркәй – Йөннө юлының сите ауыр йөк техникаһы арҡаһында боҙола тигән хәбәр таралды. Шунда уҡ юлдан ситкә осҡан ҙур машина һүрәте лә ҡуйылды. Ысынбарлыҡта иһә, хәл башҡаса булып сыҡты. Водитель юлда йоҡлап киткән, ошо сәбәпле идараны юғалтҡан һәм юл ситенә ҡолаған. Июнь башында булған юл-транспорт ваҡиғаһында ҡорбандар булманы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Шаран - Яңы Балтас - Андреевка автомобиль юлы М7 федераль проекты сиктәрендә инерт материалдар ташыуға йәлеп ителгән.
Һәм ошоноң ише көнкүреш проблемалар тулып ята. Тик улар булыу менән властар, мэрия һәм бөтә етәкселек ғәйепләнә. Ошондай “ваҡ” хәлдәрҙең береһе Михайловкада булды. Михайловка Грин биҫтәһендә һыу торбаһында авария булыу сәбәпле һыу һүнә. Социаль селтәрҙә шунда уҡ хәбәр таралды: имеш кешегә әйтмәй эсәр һыуҙы һүндергәндәр. Ысынлап, ауыл тулыһынса һыуһыҙ ҡалды, халыҡҡа техник һыу килтереүҙе ойошторҙолар. Әлбиттә, ғәҙәттән тыш һүндереү ваҡытында халыҡҡа иғлан биреп өлгөрөп булмай. Хәл тураһында белеү менән урынға белгестәр бара һәм тергеҙеү эшен башлай. Киске 9-ҙа эштәр тамамлана, тикшереү үткәрелә һәм төндә һыу тулыһынса тергеҙелә.
“Фактчекинг по-башкирски” каналы иғтибарына йәнә “Пруфы” баҫмаһының хәбәрсеһе яҙмаһы эләккән. Ул асыулы пост баҫтырып сығарҙы, унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың икәүһе генә Өфө районы буйынса Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙарҙа праймеризда ҡатнашты, ә башҡа райондарҙа улар бөтөнләй юҡ, тиелә.
Ысынбарлыҡта, әлегә район һәм ҡала округтары Советтарына һайлауҙар иғлан ителмәгән, тимәк, кандидаттар тураһында һөйләргә иртәрәк әле. Әйтергә кәрәк, “Берҙәм Рәсәй” партияһының алдан электрон тауыш биреүендә МХО-ның 31 ветераны еңеүсе булды – улар муниципаль һайлауҙарҙа потенциаль кандидаттар була ала.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, республика парламенты депутаты итеп махсус хәрби операция ветераны һәм Батырлыҡ ордены кавалеры Артур Ғәлиев һайланды, ә авторҙың фекеренсә, уны “файҙаландылар” ләкин һайланырға мөмкинлек бирмәнеләр.
Уҙған аҙнала социаль селтәрҙә баш ҡалала урынлашҡан 124-се мәктәп проблемаһы күтәрелде. “Фактчекинг по-башкирски” каналы был хәлгә лә аңлатма бирҙе.
Өфө шоссеһындағы 124-се мәктәп уҡыусыларының ата-әсәләре балаларының, мәктәптәре авария хәлендә булыуы сәбәпле, икенсе мәктәптә уҡырға мәжбүр булыуына зарланды. Йәнәһе, унда ремонт эштәре алып барылмай. Үкенескә күрә, бындай проблема бар, һәм ремонт менән эштәр ябай түгел, әммә ул хәл ителә.
Экспертиза 124-се мәктәптең унда урынлашыуға яраҡһыҙ булыуын асыҡлаған, ул авария хәлендә тип баһаланған, уға ремонт үткәреп булмай. Берҙән-бер сығыу юлы – һүтеү һәм яңыһын төҙөү.
Әммә геодезистар һәм геологтар, мәктәп торған участка ла карст бушлыҡтары арҡаһында яңы бина төҙөүгә яраҡлы түгел, тигән фекергә килде. Әлеге ваҡытта белем биреү учреждениеһы төҙөләсәк яңы ер участкаһын эҙләү бара.
Балалар әлегә 69-сы мәктәптә уҡыясаҡ - ул бер урынға бер юлы ике мәктәп уҡыусыларын урынлаштырырға һәм тулы белем биреү процесын алып барырға мөмкинлек бирә.
“Башкирский гамбит” (https://t.me/bashgambit ) каналы ла аҙнаның иң мөһим ваҡиғаларын барланы. Беҙ иһә улар менән киләшебәҙ. Көтөлгәнсә, төп ваҡиға – “Берҙәм Рәсәй”ҙәрҙең форумы һәм унда Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат итеп тәҡдим итеү булды. Быға тиклем конференциялар 200-300 кешелек кенә булып үтә ине, быйыл иһә “Өфө-Арена”ла алты мең кешене берләштерҙе. Хәбировтың һайлау алды тезистары араһында беҙ халыҡтың махсус хәрби операция тирәләй берләшеүе, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы үҫтереү пландары, уларҙың фронтҡа киткән яҡташтары алдында алған бурыстарын үтәү һәм халыҡты һаҡлау хаҡында ишеттек.
Икенсе “федераль” кимәлдә шаулаған сара – Ольга Бузованың VK Fest-та ярым-шәрә сығышы булды. Был көн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән тура килмәһә, бәлки шул тиклем шау-шыу ҙа тыумаҫ ине. Һәр хәлдә бер-нисә депутат үҙенең ҡаршылығын күрһәтте. Мәҫәлән, Рөстәм Әхмәҙинуров башҡарыусының образын хөкөм итте һәм Өфө мэрияһына сараны ойоштороу буйынса аңлатма биреүҙе талап итеп, һорау ебәрҙе. Икенсе депутат, Дәүләт Думаһынан Ирина Филатова ваҡиғанан һуң мәҙәниәт министры Ольга Любимоваға артистарҙың кейем стиленә мотлаҡ талаптар индереү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Әйткәндәй, Бузова был хәлдән һуң үҙенең сәхифәһендә халыҡ алдында ғәфү үтенде.
Тағы бер яҡшы яңылыҡ – Башҡортостан тәүге тапҡыр Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында тәүге өсәү иҫәбенә инде. Был турала Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында билдәле булды.Республикабыҙ унда 2014 йылда 40-сы урындан старт алды һәм әле ошондай юғары урынға өлгәште.
Йәнә бер “ҡыҙыҡлы” сәйәси ваҡиға – Дилара Гундорова үҙенең “губернаторлыҡ амбицияларын” ҡалдырған. Ул былтырҙан бирле республикала юғары сәйәси пост яуларға йыйына ине. Тик төрлө сәбәптәр буйынса республиканың контрэлитаһы уға матди ярҙамда, ә сәйәси партиялар уны үҙ кандидаты итеп күрһәтеүҙә баш тарта.
Сираттағы яңылыҡ – “Баймаҡ эше” буйынса беренсе фигуранттың эше судҡа барып еткән. Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһының Ленин районы судында 50 йәшлек Хәйбулла районы кешеһе Илшат Үлйәбаевтың енәйәт эше ҡарала башлаған. Республика властарына ҡарата тәнҡитҡә сәбәптәр булмағанлыҡтан, оппозициялы киң матбуғат саралары йәмәғәт иғтибарын был хәлдәргә йүнәлтергә тырыша.
Әйткәндәй, тәүгеләрҙән булып, киң тәртип боҙоуҙа үҙ ғәйебен танығандарҙың эше ҡараласаҡ. Уларҙың шартлы рәүештә ғәйебен танып килеүе был фигуранттарға ҡатыраҡ яза йомшағыраҡ бирелер һәм, ғәйеплелек дәрәжәһенә ҡарап, штраф йәки шартлы сроктар алыр тип күҙаллайбыҙ.
Силәбе ОМОН командирының тәртипһеҙлек барышында полиция хеҙмәткәрҙәренә ҙур зыян килтерелмәгәне тураһында күрһәтмәләре быны раҫлай.
Фаил Алсынов* авантюраһына йәлеп ителгән осраҡлы кешеләр ғаиләләренә ҡайтыр, ә хаос булдырыу маҡсатында ойошҡан рәүештә эш иткән провокаторҙар ҡаты яза алыр тип ышанабыҙ”, – тип яҙа телеграм-канал.
* - Фаил Алсынов “Росфинмониторинг”тың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде.