11 июндә Радий Хәбиров Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ҡатнашыуға документтар тапшырҙы.
Бынан алда “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең партия конференцияһында Радий Хәбировты республика Башлығы вазифаһына икенсе срокка тәҡдим иткәйне. Ул үҙе, был тәҡдимгә аңлатма биреп, һайлауға “Берҙәм Рәсәй” исеменән барһа ла, уның мәнфәғәттәрен генә түгел, ә “бөтә кешеләрҙең, бөтә сәйәси көстәрҙең” мәнфәғәттәрен дә яҡлаясаҡ, тип белдерҙе. Һайлауҙа тауыш биреү өс көн дауамында 6 – 8 сентябрҙә үтәсәк.
Фото: https://t.me/rb_russia/18448