Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларының IV “Медиайыйын” форумында “Социаль селтәрҙәрҙә, шул иҫәптән йәштәр араһында экстремизмды һәм терроризмды иҫкәртеү” тигән темаға арналған оҫталыҡ дәресендә социаль селтәрҙәрҙә бәлиғ булмағандарҙың психикаһының экстремистик ҡараштар менән зарарланыуын иҫкәртеү мәсьәләһе тикшерелде.
Башҡортостандың Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары Валерий Олейник билдәләүенсә, йәмғиәт хәүефһеҙ тормошта йәшәргә теләй. “Йәмғиәт үҙен яҡлауҙы талап итә. Дәүләт был һорауға яуап бирә һәм ҡануниәтте үҙгәртә, статьяларҙы көсәйтә. Террор акттары, уларға әҙерлек өсөн ҙур мөҙҙәткә иректән мәхрүм итеү ҡаралған”, – тип билдәләне ул.
Спикер террор акттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн бәлиғ булмағандарҙы яллауҙың бер нисә миҫалын килтерҙе. Мәҫәлән, Башҡортостан үҫмерҙәренә 20 мең һумға диверсия ҡылырға – тимер юлдағы релелы шкафтарҙы яндырырға тәҡдим иткәндәр. Улар ошо аҡсаға ризалаша. Үҫмерҙәр аңлы рәүештә енәйәт ҡыла. Ошо көндәрҙә үҫмерҙең дүртәүһе лә хөкөм ителде, уларҙың береһе Башҡортостандан булмаған. Хөкөм ҡарары аяуһыҙ – өс үҫмер 8, 11 һәм 12 йылға иректән мәхрүм ителгән, дүртенсеһе – бер аҙ ҡыҫҡа мөҙҙәткә. Был йәштәр үҙҙәренең ниндәй ҙур хата эшләгәнен аңланымы икән?!
Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу үҙәге етәксеһе Ибраһим Ибраһимов спикерҙарҙың береһе булып онлайн сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренсә, киң мәғлүмәт саралары һәм социаль селтәрҙәр ҡиммәтле йүнәлештәрҙе алға ебәреүҙә мөһим роль уйнай.
“Киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә тормош ҡиммәттәрен аңлатыуға йүнәлтелгән мәғлүмәт ни тиклем күберәк барлыҡҡа килһә, структураны ҡаҡшатыу күренештәренә урын аҙ ҡаласаҡ. Әлбиттә, ҡиммәт ориентирҙары үҙенән-үҙе барлыҡҡа килергә тейеш, уларҙы яһалма рәүештә индерергә ярамай, тип раҫларға мөмкин. Был фекер менән ҡәтғи риза түгелмен. Теләһә ниндәй ҡараштар, йүнәлештәр тирә-яҡ мөхиттең тәьҫирендә формалаша. Быларҙың барыһын да билдәле бер этапта формалаштырырға кәрәк. Әгәр был мәсьәлә менән шөғөлләнмәһәк, был өлкә деструктив идеология һәм экстремизм күренештәре менән тулыланасаҡ”, — тине эксперт.
Уның фекеренсә, тормош ҡиммәттәрен формалаштырыуҙа дини эшмәкәрҙәр мөһим роль уйнай.Сер түгел, күп һанлы террор акттары, экстремизм күренештәре дини ҡараш йоғонтоһонда башҡарыла. Рәсәй йәштәрен дини нигеҙҙә структураны боҙоу идеологияһына йәлеп итергә тырышалар. Дини фактор йыш ҡына милләт-ара һәм дин-ара бәхәс тыуҙырыу ҡоралы булараҡ ҡулланыла.
Ошоға бәйле, дини ойошмаларҙың йәштәр мөхитендә әүҙем эшләүе хәҙерге шарттарҙа милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итә ала. Эш системалы алып барылырға, билдәле бер һөҙөмтәгә йүнәлтелгән булырға тейеш. Саралар, шул иҫәптән мәсеттәрҙә уҡылған вәғәздәр берҙәм эшләүҙең мөһим шарты булып тора. Дин әһелдәре “был тап Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре” тип әйтергә ҡурҡмаһын. Беҙ нацизмды, йәмғиәтебеҙҙәге һәр төрлө экстремизм күренештәрен бөтөрөү өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Был йәһәттән киң мәғлүмәт саралары ҙур роль уйнай, сөнки уларҙа мәғлүмәт таратыуҙың төп ҡоралдары бар. Уларҙың яуаплылығы һәм эше бик мөһим булып күренә, – тип белдерҙе Ибраһим Ибраһимов.
Ғөмүмән, эксперттар белдереүенсә, бөгөн Рәсәйҙәге традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙа, йәштәрҙең дөрөҫ юлдан барыуына ата-әсәләр генә түгел, педагогтар, киң мәғлүмәт саралары ла яуаплы. Беҙҙең ниндәй өлгө күрһәтеүебеҙ, мәғлүмәт таратыуыбыҙ йәш быуынға йоғонто яһай. Әммә һәр кем шуны оноторға тейеш түгел – беҙҙең тормош үтә күренеп тора, ә Интернет селтәре тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Ябай булмаған заманда йәшәбеҙ, уйлап һөйләйек, уйлап яҙайыҡ, бар яҡлап та үлсәнгән мәғлүмәт таратайыҡ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Һүрәттә: Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларының IV “Медиайыйын” форумы.