Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Июнь 2024, 15:00

Кандидаттар нимә тәҡдим итер?

Шулай уҡ юлдар, күбәләктәр, низағтар... Был аҙнала нимәләр иғтибарҙы йәлеп итте? 

Кандидаттар нимә тәҡдим итер?Кандидаттар нимә тәҡдим итер?
Кандидаттар нимә тәҡдим итер?

Уҙған аҙнаның мөһим темалары, ә иң мөһиме “фейктары” нимәнән ғибәрәт булды? Был турала яҙма беҙҙең сираттағы күҙәтеүҙә.

“Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы (https://t.me/bashFCK) һәр саҡтағыса барлыҡ мәғлүмәт сығанаҡтарында баҫылған фейк-яҙмаларҙы асыҡлай һәм кешенең күҙен ысынбарлыҡҡа аса. Был аҙнала ҡыҙыҡлы тип тапҡан яҙмаларҙы килтерәбеҙ.

Аҙна башында “БашДТП” телеграм-каналы Борай ауылында чечендар диаспораһы менән урындағы кешеләр араһында бик ҡаты һуғыш булды тигән яңылыҡ таратты. Әлбиттә, йәмәғәтселек бындай хәбәрҙәргә иғтибар итә һәм негатив комментариййҙар ҡалдыра башлай. Ысынбарлыҡта иһә, хоҡуҡ һаҡлау органдарына бер ниндәй ҙә ғариза ла, һуғышыу тураһындағы хәбәр ҙә килмәгән. Тикшереү шуны асыҡлаған: 9 июндә сәғәт төнгө берҙә “Тәмле” кафеһы янында ауылда йәшәгән дүрт кеше араһында низағ сыҡҡан. Сәбәбе – урам буйында ирҙәр һүҙ көрәштергән. Бер кем дә медицина ярҙамы һорап мөрәждәғәт итмәгән, тикшереүҙән һуң ике кешегә йәмәғәт урынында иҫерек йөрөгән өсөн протокол төҙөлгән. Шул ғына...

Тағы бер кешеләрҙә негатив тыуҙырған яҙма һәр ваҡыттағыса юлдар темаһына арналды. Дәүләкән районында Соколовка – Ҡаҙанғол – Иҫке Яппар юлы буйлап ямғырҙан һуң йөрөү мөмкин түгел тип ялыу итте халыҡ. Имеш документтар буйынса юл яҡшы, ә ысынбарлыҡта – юҡ.

Хәл нисек тора? Рәсми сығанаҡтар буйынса Соколовка - Ҡаҙанғол - Иҫке Яппар автомобиль юлының оҙонлоғо – 18,4 километр. Юлдың 1,2 километрында асфальт-бетон һалынған. Юлдың ҡалған өлөшө япманың күсмә тибында – ул ябай ваҡ таш юлы һәм асфальт япмалы даими юл араһындағы “арауыҡ стадия”.

Юл хеҙмәткәрҙәре аңлатыуынса алдағы йылдарҙа был участкала асфальт юл булмаясаҡ, улар өҫтөнлөктө юғарыраҡ трафиклы юлдарға бирә. Мәҫәлән, быйыл Бүздәк - Дәүләкән, Дәүләкән - Талбазы, Имай - Ҡармалы - Дәүләкән - Талбазы юлдары участкаларын ремонтлау планлаштырылған. Соколовка - Ҡазанғол - Иҫке Яппар юлында хәрәкәт көсөргәнешлелеге тәүлегенә ни бары 177 машинаға тиң.

Әлбиттә, был юл ташланып ҡуясаҡ тигәнде аңлатмай. Этаплап уны ла тигеҙләү дауам итәсәк.

Фаил Алсыновҡа* ҡағылышлы хәбәрҙәрһеҙ аҙна булырмы? Был юлы уны Пермь колонияһында мыҫҡыл итәләр тигән хәбәр таратылды.

ГУФСИН-дың Пермь крайы буйынса идаралығы рәсми яуап бирҙе.

7 июндә Алсыновты * 29-сы холоҡ төҙәтеү колонияһына килтергәндәр, ул шәхси әйберҙәрен тикшереүгә биреү тураһында законлы талаптарҙы үтәүҙән баш тартҡан. Баш тартҡан осраҡта физик көс ҡулланыла тип иҫкәрттеләр уны. Әммә ул талаптарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырыуҙы дауам итә, шуның өсөн ҡулын артҡа бөгөп ҡуялар – бындай сара ғәмәлдәге ҡануниәт сиктәрендә көс ҡулланыу тип иҫәпләнмәй. Граждандың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янамай, унан ялыуҙар һәм ғаризалар килмәне, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең баш идаралығында.

Был хәл видеорегистраторға теркәлгән. Холоҡ төҙәтеү учреждениеларында законды үтәү буйынса белдереү Пермь прокуратураһына ебәрелгән.

Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙә Белорет районының зыян килтереүсе күбәләктәр һөжүме аҫтында булыуы хаҡында мәғлүмәт таралды. Был бөжәктәр урмандарҙы ҡорота ала, тип иҫәпләй авторҙар. Ошондай беренсе ҡарашҡа зыянһыҙ йән эйәләре, ысынлап та ҙур зыян килтерә аламы? Каналдың спикеры Сергей Герасимов, Башҡортостан Республикаһы Республика балалар экология-биология үҙәге экологы, энтомологы һәм педагогы бының боярышница-күбәләге булыуын аңлатты. Улар үҙҙәре бөтөнләй зыянһыҙ, сөнки сәскә нектары менән туҡлана. Ләкин уның ҡарышлауыҡтары баҡсасыларға зыян килтереүе ихтимал. Уның ҡарышлауығын алма, груша, сейә һәм виноград кеүек емеш-еләк ағастары ғына йәлеп итә. Тәбиғи мөхиттә уларға себер миләше, муйыл, энәлек ҡыҙыҡлы. Шуға күрә урман экосистемаһына зыян бик аҙ. Ошонда уҡ экологтың был бөжәктәр менән нисек көрәшергә кәрәклеген дә өйрәткәндәр.

“Уфимский визионер” ( https://t.me/nonhistory ) телеграм-каналы уҙған аҙнала сәйәсәт тураһында яҙҙы. Ә унда ниндәй мөһим сәйәси ваҡиға булды? Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар Үҙәк һайлау комиссияһына документтар тапшыра башланы. Беренселәрҙән булып быны көтөлгәнсә, ғәмәлдәге етәксе, “Берҙәм Рәсәй” партияһы кандидаты Радий Хәбиров эшләне.

Башҡортостан коммунистары (КПРФ) 12 июндә Артур Шәйнуровты Башҡортостан Башлығын һайлауға кандидат итеп күрһәтте.

Нәҡ А.Шәйнуров тәҡдим ителеүенә шик булманы тиерлек. Бөгөнгө көндә Башҡортостан коммунистары араһында уныҡы кеүек бәйләнештәргә, финанс сараларына һәм йоғонтоға эйә кандидаттар юҡ. Кампанияға республиканан һайланған Дәүләт Думаһы депутаты Александр Ющенконың да ҡушылыу ихтималлығы булды, әммә ул етди репутация сығымдары кисерергә әҙер булманы: ябай статист булыу – Дәүләт Думаһы депутаты өсөн бик бәләкәй, ә "Берҙәм Рәсәй" кандидаты менән тигеҙ ярышыу өсөн ысын күңелдән Башҡортостан Башлығы булырға теләүе мотлаҡ. Ющенкоға быларҙың береһе лә кәрәкмәй.

Республика ғорурлығы һәм традицион ҡиммәттәрҙе яҡлау араһынан һайлай алмаған Юнир Ҡотлоғужинды тәҡдим итеү Башҡортостан рескомының тулыһынса үҙ-үҙенә ҡул һалыуын аңлата алыр ине, тигән фекерҙә телеграм-канал.

Хәҙер эш шунда, Артур Шәйнуров үҙенең кампанияһын ниндәй тезистарҙа төҙөр?

Радий Хәбировты патриотик көн тәртибендә уҙҙырып китә алмаҫлығын аңлап, моғайын, коммунистар үҙҙәре тирәләй республикалағы ағымдағы хәлдәр менән ҡәнәғәт булмаған бөтә эштәрҙе, тәү сиратта, иҡтисадта, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә, берләштерергә тырышыр.

Экологияны юҡ итеүсе компанияларға (олигархов) ҡаршы көрәштең тезисы коммунистарҙа төп йүнәлеш булыуы ихтимал. Шулай уҡ коррупцияға ҡаршы көрәш пункты ла булыр, моғайын, өлгөләр бик күп. Был тезистар, патриотик менән бер рәттән, идеологик (коммунистик) өлөштө тейешенсә биреп һәм кәметеп, киң коалиция булдырыу өсөн нигеҙ була һәм КПРФ кандидаты тирәләй һайлаусыларҙың төрлө категорияларын туплай ала.

Тап экологияны юҡ итеүсе компанияларға (олигархтарға) ҡаршы көрәш тезисы коммунистарҙа төп йүнәлеш булыуы ихтимал. Шулай уҡ коррупцияға ҡаршы көрәш пункты ла булыр, моғайын, әле был йәһәттн өлгөләр бик күп. Был тезистар киң коалиция булдырыу өсөн нигеҙ була һәм КПРФ кандидаты тирәләй һайлаусыларҙың төрлө категорияларын туплай ала.

Тағы бер кандидат – “Яңы кешеләр”ҙән Илшат Тимерйәнов. Был ҡарар ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, төбәк бүлексәһенә ҡапыл ике һорау килеп тыуа: Профессиональ юрист һәм нефть-сервис компанияһының генераль директоры И.Тимерйәновты Башҡортостанда ни тиклем яҡшы беләләр? Һәм республикала танылған Зөлфиә Ғайсинанан нимәһе менән яҡшыраҡ ул?

Тәүге осраҡта кандидаттың аҙ билдәле булыуына баҫым яһала ла. Программаға килгәндә, И.Тимерйәнов йәштәргә һәм урта бизнесҡа ярҙам итеүгә ставка яһаясаҡ системалы кандидат. Шуға күрә сентябрҙә март һайлауҙары һөҙөмтәләренең ҡабатланыуын көтөргә мөмкин: "Яңы кешеләр" ЛДПР-ҙы уҙып, ике партияның да тауыштарын алып, коммунистарға яҡынлашасаҡ.

Бөгөн милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуына 270 йыл тулды. Республикала был ваҡиға бик киң билдәләнде. Ошо айҡанлы “Ханзаман” телеграм-каналы (https://t.me/bashkhanzaman ) яҙма ҡалдырҙы.

“Салауат Юлаев – Башҡортостан, башҡорт халҡы тарихының айыра алмаҫлыҡ бер бите.

Был биттә ғорурлыҡ тойғоһо ла, ғәйрәт тә, ҡайғы-хәсрәт тә тулған. Әммә бының бөтәһен дә беҙ түкмәй-сәсмәй беҙҙең киләсәк быуындарға еткерергә тейешбеҙ.

Салауат тарихы нимә менән үҙенсәлекле. Уның яуынан һуң Мәскәү менән булған феодаль мөнәсәбәттәр тулыһынса дәүләт системаһы менән алышына башлай. Илдәге йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың мәнфәғәттәренән сығып дәүләттең эске политикаһы яраҡлашыуға дусар була. Һәм әлеге көндәге илебеҙҙәге күп милләтле, поликонфессиональ мөнәсәбәттәр принциптарында төҙөлгән бөтә донъяла уникаль дәүләт һәм йәмғиәт хасил итә.

Милләттәр араһындағы татыулыҡ, үҙ-ара хөрмәт һәм хеҙмәттәшлек илдең һәм халыҡтың именлеген тәьмин итеүсе терәк. Ошо именлек өсөн  ҡан түккән ата-бабаларыбыҙ тураһында хәтер мәңгелек булыуы мотлаҡ.

“Салауат ере” – халыҡтың тарихи мираҫын еткереү өсөн Шүлгәнташ музей-комплексы менән бер рәттә торған һәм һуңғы биш йылда республикала тормошҡа ашырылған һәм нигеҙ һалынған проекттарҙың береһе” тип яҙҙы улар.

* - Фаил Алсынов “Росфинмониторинг”тың террорсылар һәм экстремистар исемлегенә индерелде.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас