Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Июль 2024, 06:45

Кандидаттар документтарын тапшырып бөттө

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә Башҡортостан биләмәһендә һайлау үтә. Унда республика Башлығын һайлайбыҙ.

Кандидаттар документтарын тапшырып бөттөКандидаттар документтарын тапшырып бөттө
Кандидаттар документтарын тапшырып бөттө

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат Тимерйәнов Илшат Марат улын теркәү өсөн документтар 10 июлдә тапшырылған.

Кандидат урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарының 462 ҡултамғаһы менән хуплау ҡағыҙҙары, Федерация Советы ағзаһы вазифаһына тәҡдим ителгән өс кандидатура тураһында мәғлүмәт, беренсе финанс отчеты, аҡса иҫәптәре (һаҡламдары) булмауы, Рәсәй Федерацияһы биләмәһенән ситтә урынлашҡан сит ил банктарында ҡулаҡса һәм ҡиммәтле әйберҙәр һаҡламауы тураһында белдереү ҡағыҙҙары менән таныштырған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә республика биләмәһендә һайлау үтә. Республика Башлығын һайлауҙан тыш, беҙҙә бер нисә һайлау кампанияһы уҙасаҡ: 54-се Өфө һайлау округында – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, шулай уҡ 113 – урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына, Межгорье ябыҡ автономлы округтың ҡала округы һәм 81 ауыл биләмәләре советтарына депутаттарҙы өҫтәмә һайлау ҡаралған.

Фото: http://www.bashkortostan.izbirkom.ru

Кандидаттар документтарын тапшырып бөттө
Кандидаттар документтарын тапшырып бөттө
Кандидаттар документтарын тапшырып бөттө
Кандидаттар документтарын тапшырып бөттө
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас