Республика һайлауҙарға әҙер – Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлекте Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко шулай баһаланы.
Башҡортостан Башлығын һайлауҙа биш парламент партияһынан биш кандидат ҡатнаша.
Бынан тыш Өфөнөң 54-се бер мандатлы округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙа дүрт кандидат депутат мандатына дәғүә итә.
Ҡала, район һәм ауыл советтары депутаттарын һайлауҙа 4 474 кандидат ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта 1 773 мандат алмаштырыла. Уртаса конкурс бер мандатҡа өс кеше тура килә.
Һайлаусылар өсөн тауыш биреү даирәһе киң – һайлауҙа 10 партия вәкилдәре һәм үҙ-үҙен күрһәтеүселәр ҡатнаша. Төрлө ҡарашлы кандидаттар һайлауҙа ҡатнашыу мөмкинлеген алған.