Был аҙнала “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналы бик күп ялған яңылыҡтарҙың дөрөҫлөккә тап килмәүен асыҡланы. Темалар һәр ваҡыттағыса күп: экология, сәйәсәт, медицина, булмаған мигранттар...
Июль аҙағында Баймаҡ районында һыу инеү өсөн Талҡаҫ күле ябылды – Роспотребнадзор унда хәүефле бактериялар тапҡан. Һыу ятҡылыҡтарында ял иткәндән һуң урындағы халыҡ ҡысытыу һәм тире ҡуҙғыу осраҡтарына тарыған.
Һыу хужалығын тикшереү һәм геоэкология лабораторияһы мөдире, профессор Әүфәр Гәрәев Талҡаҫ менән нимә булғанын аңлатты. Тиҫтә йылдар дауамында һыу объекттарының гидрологик-экологик характеристикаһы насарайыу тенденцияһы күҙәтелә. Һүҙ беҙҙең республика ғына түгел, тотош ил тураһында бара. Йылғалар һайыға, климат үҙгәрә, шул арҡала ауырыу тыуҙырыусы бактерияларҙың интенсив үҫеше өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килә.
Йәй башында көндәрҙең йылы тороуына бәйле ылымыҡтарҙың сәскә атыуы һыуҙың бысраныу факторҙарының береһе булып тора. Ләкин иң мөһим фактор – ҡоштар. Бында уларҙың күп төрҙәре, шул иҫәптән Ҡыҙыл китапҡа ингәндәре оя ҡора. Был һыу ҡоштарының гельминт ҡарышлауыҡтары церкариоз – паразитар ауырыу тыуҙыра, уның һөҙөмтәһендә “һыу инеүсе ҡысыныуы” барлыҡҡа килә.
“Башлыса кешеләр торғон һыу ятҡылыҡтарында һыу ингәндә зарарлана, унда өйрәктәр һәм башҡа һыу ҡоштары йәшәй. Балалар өлкәндәргә ҡарағанда йышыраҡ зарарлана, сөнки улар ярға яҡыныраҡ йөҙә, ә паразиттар тап шунда йәшәй”, – тип билдәләне профессор.
Церкарийҙар үҙҙәре тире аҫты күҙәнәктәре туҡымаһынан тәрәнерәккә үтеп инә алмай һәм һәләк була, һәм нәҡ уларҙың үлеме токсик дерматит һәм көслө ҡысытыу сәбәпсеһе була.
Бындай хәүефкә юл ҡуймаҫ өсөн белгес ваҡ һыу ятҡылыҡтарында, ылымыҡтар һәм ҡоштар күп булған урындарҙа һыу инмәҫкә кәңәш итте. Һыуға инер алдынан тирене вазелин нигеҙендә һаҡлаған репелленттар йәки туҡлыҡлы кремдар һәм майҙар ҡулланырға, ә һыу ингәндән һуң душ ҡабул итергә йәки тирене ҡаты таҫтамал, ҡоро туҡыма менән ентекле һөртөргә кәрәк.
Күлде дауалау өсөн фәнни тикшеренеүҙәр үткәреү талап ителә, уларҙы республика ғалимдары һәм белгестәре эшләргә әҙер.
Быйылғы туҡтамай яуған ямғырҙар тәбиғәткә, инфраструктураға һәм халыҡҡа ҙур зыян килтерә. Властар бар көсөн һалып ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөргә тырышҡан сыҡта, “Пруфы” баҫмаһы һәм уларҙың күҙәтеүсеһе Дмитрий Саламатин сираттағы тапҡыр цинизм күрһәтә. Уның белдереүенсә, әгәр ауыл кешеләре 20 июлгә тиклем бесән әҙерләп өлгөрмәһә, ғәйепте үҙҙәренән эҙләргә һәм республика бюджеты иҫәбенә ярҙам көтмәҫкә була.
Күренеүенсә, Саламатин әфәнде ауыл тормошонан, бесән эшләү нескәлектәренән бик алыҫ һәм һыу баҫыуҙың халыҡҡа ни тиклем ауыр эҙемтәләр килтергәнен аңламай. Билдәле булыуынса, бесән сабыу өсөн иң уңдырышлы ер участкалары йылға туғайҙарында урынлаша. Быйыл яуым-төшөмдөң бер нисә тапҡырға артыуы менән бәйле бөтә был бүлемдәр, шул иҫәптән сабылмаған үлән, кәбәнгә һәм бесән эҫкерттәренә йыйылғандары һыу аҫтында ҡалды. Йортҡа алып ҡайтҡан бесән дә туҡтамай яуған ямғырҙар арҡаһында барлыҡҡа килгән ташҡындан зыян күрҙе.
Республика Башлығы, ауыл халҡы бесәнһеҙ ҡалып, уны башҡа райондарҙан өс тапҡырға ҡиммәткә һатып алырға йәки малын тотонорға мәжбүр булыуы өсөн борсола. Күҙ алдына килтерегеҙ, картуф баҡсаһы һыу аҫтында ҡалған, баҙға һыу төшкән һәм ташҡындан башҡа зыян киргән ауыл кешеһе ниндәй хәлдә ҡалырға тейеш? Бында бер ярҙам да ҡамасау түгел.
Әммә башлығыбыҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламай, айырым кешеләрҙең был башланғысҡа кире ҡарашына ҡарамаҫтан, ярҙам буласаҡ!
Газ темаһы республикала әле һаман онотолмай. “Пруфы” баҫмаһының телеграм-каналында ҡайһы бер өфөләр эшләмәгән төтөн торбалары арҡаһында газһыҙ тороп ҡала, тип яҙҙы. Баҫма журналистары һәм өфөләрҙең был бәләһен сәйәсиләштерергә ынтылған Альберт Рәхмәтуллин властар мәсьәләне хәл итеү өсөн кәрәкле саралар күрергә теләмәй, тип ышандырырға тырыша.
Газды һүндереүгә төтөн сығыу һәм вентканалдарҙың яраҡһыҙ торошо сәбәпсе. Төтөн торбаларын халыҡ үҙ аллы ремонтлай, сөнки был дөйөм йорт милкенә ҡарай. Шуға ҡарамаҫтан, властар мәсьәләне хәл итеүҙе ойоштороуҙа ярҙам күрһәтә.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары сюжет сығарҙы ла инде, унда төтөн сығыу юлдарын яңыртыу буйынса алып барылған эштәр тураһында һөйләнеләр. Улар хәбәр итеүенсә, әле 12 йортта газ биреү тергеҙелә.
Мотлаҡ ремонт эштәрен башҡарғанда газды һүндереү – мәжбүри сара, сөнки йортта йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеге һәм һаулығы шуға бәйле. Быны өфөләр үҙҙәре лә аңлай.
Быны аңламаған берҙән-бер кешеләр – “Пруфы” баҫмаһы журналистары ахыры...
Экология темаһына кире әйләнеп ҡайтабыҙ. Яңыраҡ социаль селтәрҙәрҙә Яҡтыкүл канализациянан аҡҡан бысраҡ һыу арҡаһында бысранған тигән яңылыҡ таралды.
Экология өлкәһендәге эксперттар, йәғни “Однажды в Башкирии” телеграм-каналы журналистары был Башҡортостанда экологик һәләкәткә килтереүе ихтимал, тип ышана. Эсәр ҡоҙоҡтар эргәһендә зарарлы матдәләр кимәле биш тапҡырға артып киткән, тип раҫлай улар.
Дәүләт аналитик контроль идаралығының Белорет бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре Йәшел аҡлан ауылы янындағы күлдең һыу һаҡлау зонаһында күсмә тикшереү үткәрҙе. Улар шулай уҡ күлдән һәм һыу объектына ағып төшкән һыуҙың өлгөһөн алған.
Тикшереү барышында канализация системаһын ямғыр һыуҙары баҫыуы асыҡланған, ул ҡоҙоҡтоң һыу аҫтында ҡалыуына һәм артабан урын рельефына һыу ағыҙыуға килтергән. Ләкин һыу объектына бысраҡ һыу эләгеүе асыҡланмаған.
Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр Яҡтыкүлдән ер өҫтө һыуҙарын анализлау һөҙөмтәләре буйынса һыуҙағы бысратыусылар анализы менән билдәләнгән миҡдары балыҡ хужалығы тәғәйенләнешендәге һыу объекттары өсөн билдәләнгән концентрациянан артмауын билдәләне.
“Физик һәм әхлаҡи яҡтан иҫкергән” – “Пруфы” журналистары Ишембайҙағы бала табыу йорто хаҡында шулай тип яҙа. Улар 2019-2020 йылдарҙа бала табыу йорто тулыһынса республика бюджеты иҫәбенә төҙөкләндерелеүе хаҡында белмәй һымаҡ.
Бала табыу йорто мөдире Жанна Сәлишева “Фактчекинг по-башкирски” телеграм-каналына был хаҡта ентеклерәк һөйләне.
– 2020 йылда беҙ ремонтты тамамланыҡ, бына дүрт йыл инде заманса бала табыу йорто барлыҡ талаптарға яуап бирә. Бала табыу йортобоҙ танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе! Бер нисә йылдан һуң беҙгә ҡабат бала табырға килгән әсәләр уны танымай. Бында барыһы ла глобаль яҡтан үҙгәрҙе: урынлаштырыу бик уңайлы, ике урынлы палаталар, санузелдар, душ, индивидуаль бала табыу залдары, ҙур операция залы, заманса ҡорамалдар, реанимация барлыҡҡа килде. Әсәләргә, бала табыусыларға, йөклө ҡатындарға һәм сабыйҙарға ярҙам күрһәтеү өсөн бала табыу йортонда бөтә нәмә бар, 2019 йылда эшләнгән капиталь ремонт һәм аҡса быға булышлыҡ итте, – тип һөйләне Жанна Сәлишева. – Шул уҡ бина, тик унда уңайлыҡтар барлыҡҡа килде. Бындай эш шарттары өсөн рәхмәтлебеҙ. Яңы бина төҙөлөшөнә килгәндә, беҙ уға мохтаж түгел.
Ысынлап та, дауахана ҙур үҙгәрештәр кисергән. Бөтә ағас тәҙрәләр ҙә пластикка, ишектәр алмаштырылған, ҡыйыҡтар яңыртылған, бинаның тышы, эске яғы ремонтланған, стеналары тышланған, эске һәм тышҡы инженер системалары алмаштырылған, медицина кислороды үткәргес торбалары системаһы ремонтланған.
Эйе, МХО республикала күп объекттар төҙөүгә сығымдарҙы планлаштырыуға төҙәтмәләр индерҙе. Быны барыһы ла белә. Әммә мөһим биналар бер нигә ҡарамай яңыртыла. Асылда Ишембайҙа сабыйҙар тыуыу өсөн бөтә шарттар тыуҙырылыуын күрәбеҙ, коллектив һәм әсәйҙәр ҡәнәғәт.
Ошо көндәрҙә "Однажды в Башкирии" телеграм-каналы Сипайлово биҫтәһендә 15 йәшлек ҡыҙҙы көсләгән мигрантты тотоуҙары һәм уның Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәренә тапшырыуҙары тураһында мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы.
Беҙ ошо мәғлүмәтте тикшерергә булдыҡ. Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәре буйынса, 2000 йылда тыуған өфөлө бәлиғ булмаған ҡыҙҙы мыҫҡыллауҙа ғәйепләнә. Асыҡланыуынса, фараз ителгән енәйәтсе татар милләтенә ҡарай һәм сит ил дәүләтендә тыуып үҫмәгән.
Өфө кешеһенең көс ҡулланыуына ҡарата тикшереү үткәрелә.
Мигранттар тарафынан ҡылынған енәйәттәр йәмәғәтселектә ҙур резонанс тыуҙыра. Бының менән мәғлүмәт киңлегенә асыҡтан-асыҡ ялғандар ташлаған намыҫһыҙ граждандар файҙалана.
Хеҙмәттәштәребеҙҙән мәғлүмәтте тикшереүҙәрен һәм йәмәғәтселек фекерен боҙмауҙарын һорайбыҙ.
Һәм иҫтә тоторға кәрәк, енәйәтселәрҙең милләте юҡ. Ул йә енәйәтсе, йә юҡ.