Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
13 Август 2024, 15:30

Курск өлкәһенә ҡатын-ҡыҙҙарҙы бер кем дә ебәрмәй

Радий Хәбиров бер ниндәй ҙә указ сығармаған һәм Азат Бадранов уны хупламаған. 

Курск өлкәһенә ҡатын-ҡыҙҙарҙы бер кем дә ебәрмәйКурск өлкәһенә ҡатын-ҡыҙҙарҙы бер кем дә ебәрмәй
Курск өлкәһенә ҡатын-ҡыҙҙарҙы бер кем дә ебәрмәй

Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостандан билдәле бер ҡан төркөмө менән ҡатын-ҡыҙҙарҙы донорлыҡ өсөн Курск өлкәһенә ебәреүҙәре тураһында ялған хәбәр тараттылар. Етмәһә, мәғлүмәт республика Башлығы указына һылтанма менән таратыла.

Ысынында иһә, бер кем дә граждандарҙы ҡан бирергә мәжбүр итергә йыйынмай. Башҡортостан Башлығы бындай указ сығармаған. Фейк авторҙары ашыҡ-бошоҡ график мөхәррирҙә документты боҙоп күрһәткән, тип билдәләнеләр “Фейктарға ҡаршы көрәш. Башҡортостан” телеграм-каналында.

Документтың ялған икәнлеген бер нисә фактор сағылдыра:

- Указдың датаһы һәм номеры юҡ, ә бындай документтарҙа улар һәр ваҡыт була;

- “указ” рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылмаған;

- норматив-хоҡуҡи акттың исеме ҡабатлана;

- документта исем-шәриф өсөн айырым урын бүленгән булһа ла, ниңәлер республика Башлығының фамилияһын уның вазифаһын күрһәткән урында ҡабатлағандар;

- формалаштырыу ҙа “зыян күргән” - документтың ҡырҙары күсерелгән, пункттарҙың номерҙарынан һуң бөтә ерҙә лә тиерлек пробелдар юҡ, ысын указдарҙа икенсе шрифт ҡулланыла.

Һәм ошоларға өҫтәп, был документҡа "аңлатыу яҙмаһы" йәнәһе лә 11 августа республика Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадрановтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә урынлаштырылған. Әммә Бадранов 6 августан бирле "Бәйләнештә" селтәрендә постар яҙмаған.

Курск өлкәһендә барған хәл-ваҡиғалар тирәләй бөтә Рәсәй берләште. Кемделер көсләп ярҙамлашырға мәжбүр итеүҙең мәғәнәһе юҡ – зыян күреүселәргә былай ҙа Рәсәйҙең миллионлаған гражданы ярҙам итә. Ирекмәндәр ҡан тапшыра, кәрәк-яраҡ менән бүлешә, һөжүм эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам күрһәтә.

Был хәл буйынса Азат Бадранов та социаль селтәрҙә фекерен белдерҙе.

“Фейктар һәм дезинформация – күмәк аң менән манипуляция элементтары. Махсус хәрби операция шарттарында дошмандар мәғлүмәт фронтында ғәҙәттән тыш әүҙемлек күрһәтә.

Социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығының ялған указы тарала, унда донорлыҡ өсөн йәнәһе лә ҡатын-ҡыҙҙарҙы Курск өлкәһенә ебәрергә хәл ителгән. Шулай уҡ VK-ла минең ялған сәхифәм барлыҡҡа килде, унда мин, йәнәһе лә, был указды хупланым.

Ошо мәғлүмәтте рәсми рәүештә кире ҡағам. Был - йәмғиәтебеҙҙең берҙәмлеген тарҡатыуға һәм МХО-ны дискредитациялауға йүнәлтелгән асыҡтан-асыҡ ялған һәм провокация.

Дошмандарҙың ошондай тоҙаҡтарына нисек эләкмәҫкә?

Беренсенән, тикшерелгән һәм рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына ышанырға кәрәк.

Икенсенән, тәнҡитсел фекерләү үҙеңде ялған мәғлүмәт ағымынан һаҡлау ҡоралдарының береһе булып тора. Мәғлүмәт һуғышы шарттарында дошман халыҡҡа асыҡтан-асыҡ ялғанды ысынбарлыҡ тип әйтергә тырыша, шуға күрә һәр ваҡыт мәғлүмәтте анализларға кәрәк.

Ошо уҡ ялған һәм провокация алымдары менән финанс мутлашыусылар ҙа әүҙем файҙалана. Уяу булығыҙ!” – тип яҙҙы ул.

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас