Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Август 2024, 15:05

Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең программалары тураһында һөйләне

6, 7 һәм 8 сентябрҙә Республикала Башҡортостан Башлығы һайлауы уҙа.

Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең программалары тураһында һөйләнеБашҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең программалары тураһында һөйләне
Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең программалары тураһында һөйләне

13 августа Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһынан Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат Радий Хәбиров Кандидатҡа йәмәғәт ярҙамы штабы ағзалары менән осрашты, һайлау алды программаһының төп ҡараштары тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Осрашыу донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы майҙансығында үтте.

Радий Хәбиров үҙенең инеш һүҙендә Кандидатҡа йәмәғәт ярҙамы штабы эшмәкәрлегенең мөһимлеген билдәләне.

– Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат булараҡ бындай штаб һәм мине ысынлап та хуплаған кешеләр булыуы минең өсөн ҙур хөрмәт. Һис шикһеҙ, һеҙҙең һәр берегеҙ бында осраҡлы түгел. Кандидатҡа йәмәғәт ярҙамы штабында республиканың идара итеү командаһы алып барған курсты хуплаусылар булыуы мөһим. Был миңә генә ҡайтып ҡалмай, ә Башҡортостанды алға этәреүгә йүнәлтелгән идеяларға бәйле. Һеҙҙең минең иптәштәрем булыуығыҙ менән ғорурланам, бындай ҡарар өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм. Ул миңә артабан барыр өсөн көс һәм ышаныс бирә, – тине Радий Хәбиров. – Һәр берегеҙҙең үҙ тормош юлы бар. Әммә беҙ һеҙҙең менән һуңғы биш йылда бергә булдыҡ. Һәр берегеҙ менән ниндәйҙер проекттар башланыҡ, төрлө мәсьәләләрҙе бер ҙур команда кеүек хәл иттек. Һеҙҙең арағыҙҙа Башҡортостандың ысын байлығы булғандар бар. Улар – композитор Рим Мәхмүт улы Хәсәнов, хирург Вил Тимербулатов һәм башҡалар. Бында һуғышта ҡатнашҡан йәштәр ҙә бар – Рәсәй Геройы Борис Дудко, майор Оскар Ситдиҡов, МХО ветераны Артур Ғәлиев, легендар “Томан”. Шуныһы мөһим, һеҙ барығыҙ ҙа Башҡортостан үҫешенә ниндәйҙер яңылыҡ индерергә теләйһегеҙ.

Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат алдағы осорҙағы эштең ҡатмарлылығы хаҡында һөйләне.

– Үткән биш йыл өсөн беҙгә оят түгел, тип уйлайым. Һеҙҙең менән күп мәсьәләләр ҡуйҙыҡ, әммә уларҙың барыһын да хәл итә алманыҡ. Беҙҙең программаларҙа коронавирус пандемияһы иҡтисадҡа килтергән һөжүмде алдан белмәй инек. Бығаса булмаған санкция баҫымы булыр, тип уйламаныҡ. Хәҙер күп сығанаҡтарҙы махсус хәрби операцияға ярҙамға йүнәлтәбеҙ. Шуға ҡарамаҫтан, һеҙҙең менән ярайһы уҡ һөҙөмтәле эшләнек һәм күп мәсьәләләрҙе хәл иттек, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ иҡтисадты “ҡуҙғыттыҡ”, инвестициялар йәлеп итеүсәнлекте арттырҙыҡ. Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында абруйлы иҡтисади уйынсыға әйләнә. Беҙгә ҡолаҡ һалалар, хөрмәт итәләр һәм тейешле баһалайҙар. Беҙгә инвестициялар килә, ҙур инфраструктура проекттары ышанып тапшыралар. Был бик мөһим.

Республиканың идара итеү командаһы эшенең мөһим йүнәлеше - махсус хәрби операцияға ярҙам итеү.

– Ошо ваҡыт эсендә бер нисә башҡорт доброволецтарының подразделениеһын ойошторҙоҡ. Унда егеттәр миңә: “Һин беҙҙе бында ебәрҙең бит”, – тип әйтә алырға мөмкин булған кеше итеп ҡарай. Шуға күрә махсус хәрби операция менән бәйле битте тамамлау, уларға бирелгән бөтә вәғәҙәләрҙе үтәү бик мөһим. Уларҙың туғандарына һәм яҡындарына ярҙам итәбеҙ, ир-егеттәр алғы һыҙыҡта булғанда үҙҙәрен ташланған итеп тоймаҫ өсөн мөхит булдырабыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Егеттәр махсус хәрби операциянан ҡайтҡас та, уларҙың һәләттәренә, теләктәренә һәм амбициялары ҡарап, артабан да улар менән бергә барасаҡбыҙ һәм республикабыҙҙы үҫтерәсәкбеҙ. Башҡалар ҙа ғәҙәти, тыныс тормошҡа кире ҡайта алһын өсөн тырышасаҡбыҙ.

Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидат билдәләүенсә, уның өсөн иң мөһим принцип – кешеләрҙе һаҡлау.

– Беҙҙә ҙур идара итеү командаһы барлыҡҡа килде – ул Хөкүмәт, муниципалитет башлыҡтары. Билдәле бер үҙгәрештәр даими булып тора, – тине Радий Хәбиров. – Биш йыл эшләү дәүерендә ҡала һәм район башлыҡтарының 72 проценты алмашынды. Кемдер йәшенә ҡарап киткән, кемдер – үрләгән. Әммә беҙ лайыҡлы эшләгән һәр етәксене ихтирам менән оҙаттыҡ. Команданы яңыртыу – уға яңы көс өрөү һәм артабан хәрәкәт итеү мөмкинлеге.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, уның һайлау алды программаһы 2030 йылға тиклем төбәкте үҫтереү буйынса комплекслы проекттың “Башҡортостан 3.0” стратегияһы нигеҙенә һалынасаҡ.

– Беҙ бөтөнләй туҡталырға йыйынмайбыҙ. Башлаған проекттарҙы дауам итәсәкбеҙ. Ныҡышмалы булырға, федераль үҙәк менән әүҙем эшләргә кәрәк. Беҙгә алға барырға ҡамасаулаған, республика үҫешен тотҡарлаған, кешеләрҙең тормошон ағыулаған эштәргә, ғәмәлдәргә һәм кешеләргә ҡарата ҡаршы торасаҡбыҙ. Әммә тағы бер тапҡыр билдәләп үтәм, беҙ джунглиҙа йәшәмәйбеҙ – барыбыҙҙың да теләһә ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн көсө, йомартлығы һәм аҡыллылығы етерлек, был бик ҡатмарлы тормошта, ысынлап та, насар йәки бик яуыз кешегә әйләнергә мөмкин. Быға юл ҡуймаҫҡа тырышырмын, – тине Радий Хәбиров. – Тағы бер нәмә. Ышанығыҙ, минең 2024 йылғы торошом 2018 йылғы торошомдан айырылып тора. Ошо биш йыл эсендә беҙ барыбыҙ ҙа бер аҙ көслөрәккә һәм аҡыллыраҡҡа әйләндек. Аҡыллыраҡ – ул ҡайҙалыр ҡатыраҡ, ә ҡайҙалыр игелеклерәк тигәнде аңлата. “Ә һин элекке кеүек эшләйәсәкһеңме? Шул уҡ көс-ҡеүәтеңде һаласаҡһыңмы?” – тип минән йыш ҡына һорайҙар. Һаулыҡ та, көс-ҡеүәттә, амбициялар ҙа бар. Дөрөҫөн әйткәндә, киләһе биш йылда үҙ вәкәләттәремдең тамамланыуын көтөп ултырыу миңә бөтөнләй ҡыҙыҡ түгел. Улай булдыра алмайым. Миңә ҡыҙыҡ булыуы мөһим. Миңә күрһәткән ышанысығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең һәр берегеҙ – тотош матур донъя, үҙ ҡаҙаныштары һәм республикабыҙға һөйөүе менән тотош йыһан. Бергә булыуыбыҙға рәхмәт. Был минең өсөн ҙур хөрмәт.

Артабан Радий Хәбиров Кандидатҡа йәмәғәт ярҙамы штабы ағзаларының һорауҙарына яуап бирҙе.

Мәҫәлән, олимпия чемпионы, шорт-трексы Семен Елистратов Өфөлә үтәсәк “Рәсәй – спорт державаһы” форумы сиктәрендә ниндәй йүнәлештәргә иғтибар бүлергә кәрәклеге менән ҡыҙыҡһынды.

– Мине тәү сиратта спорттың һәр кем шөғөлләнә алырлыҡ итеү мәсьәләһе борсой. Беҙ объекттар күп төҙөйбөҙ, әммә яҡшы тренер табыуы ҡыйын. Йәки был коммерция тарихы. Етеш булмаған ғаиләләрҙәге малайҙарҙы күргәс, уларҙың спорт менән шөғөлләнеүен теләйем. Һәм беҙҙең бурыс – уны ошондай балалар өсөн шөғөлләнә алырлыҡ итеү, – тине Радий Хәбиров. – Бала спорт залына, футбол майҙансығына йәки баскетбол майҙансығына килгәс, ул тормош өсөн ҡеүәтле таяныс ала, был уға яҡшы йәшәргә һәм теләһә ниндәй ауырлыҡтарға сыҙап ҡалырға мөмкинлек бирә.

“Яңы кешеләр” партияһынан Башҡортостан Башлығы вазифаһына тәҡдим ителгән Илшат Тимерйәнов, иң йәш парламент партияһы, үҙенең штабтарында төрлө агитация саралары һәм осрашыуҙар үткәреп, потенциаль һайлаусыларҙың иғтибарын яулай, тип һөйләне. Илшат Тимерйәнов һүҙҙәренсә, партияның төп өлөшөн йәштәр тәшкил итә. Шуға ярашлы, кандидат программаһы ла алдынғы үҙгәрештәргә йүнәлтелгән.

“Программамдың төп пункттары – эшҡыуарлыҡ азатлығы, ҡала мөхитен һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен яҡшыртыу, йәштәргә һәм өлкән быуынға ярҙам итеү. Бынан тыш, беҙ һанлы киңлектә алдынғы идеялар һәм ижади азатлыҡ яҡлы. Беҙҙең ҡарашлылар һайлау участкаларына килер һәм һайлаусыларыбыҙҙың ҡыҙыҡһынғанын күрербеҙ, тип ышанабыҙ, – тине Илшат Тимерйәнов.

Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһынан кандидаты Артур Шәйнуровтың штабы ла үҙенең әүҙемлегенең юғары фазаһында эшләй. Һайлауға тиклем ҡалған ҡыҫҡа ваҡыт эсендә штаб ағзалары һайлаусыларҙың максималь һанын үҙҙәренә йәлеп итергә тырыша. Был осрашыуҙар, агитация материалдары таратыу, электорат менән эшләү. Артур Шәйнуров – тәжрибәле кандидат, ул төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙа ҡатнашҡан.

“Бөгөн халҡыбыҙҙың ҡыҙыҡһыныу белдереүе бик ҡыуаныслы. Беҙҙең программа киң, ул һайлаусыларыбыҙҙың наказдарын үҙ эсенә ала, Башҡортостан халҡының ихтыяждарын сағылдыра. Унда иҡтисад һәм халыҡтың тормошон яҡшыртыу менән бәйле күп нәмә бар”, – тип иҫәпләй Артур Шәйнуров.

Тәжрибәле кандидат һәм ЛДПР вәкиле Иван Сухарев, ул быға тиклем республика Башлығы һайлауҙарында ҡатнашҡан.

Штабта шулай уҡ таратыу материалдарын әүҙем әҙерләйҙәр һәм һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрәләр.

“Мин йыл һайын һеҙҙең мәсьәләләрегеҙ менән танышыу өсөн шулай эшләйем, сөнки тик һеҙҙең менән аралашып һәм осрашып ҡына, һеҙҙе борсоған һорауҙар тураһында белергә һәм уларҙы хәл итергә тырышырға мөмкин. Кешеләрҙе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юлдар төҙөү, экология мәсьәләләрен хәл итеү ҡыҙыҡһындыра. Беҙ уларҙы бергәләп хәл итә аласаҡбыҙ, – тип билдәләне Иван Сухарев.

“Ғәҙел Рәсәй — Патрионттар Хәҡиҡәт өсөн” партияһынан кандидат Владимир Нагорныйҙың штабы – һайлаусыларҙан мөмкин тиклем күберәк мөрәжәғәттәр һәм теләктәр йыйыу, һуңынан үҙ программаһын киңәйтеү, тигән бурысты ҡуя.

Тезистар ҙа бар: был ярлылыҡ менән көрәш, пенсия йәшен һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтарын кәметеү.

“Һис шикһеҙ, беҙ халҡыбыҙҙың коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр өлөшөн кәметеүен яҡлайбыҙ. Хәҙер ул 22 процент тәшкил итә, беҙ уны килемдең 15 процентына тиклем кәметергә теләйбеҙ. Беҙҙең партия пенсияға сығыу йәшен кәметеүҙе лә талап итә”, – тип белдерҙе Владимир Нагорный.

Олег Яровиков фотолары.

Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең программалары тураһында һөйләне
Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең программалары тураһында һөйләне
Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең программалары тураһында һөйләне
Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең программалары тураһында һөйләне
Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең программалары тураһында һөйләне
Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең программалары тураһында һөйләне
Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең программалары тураһында һөйләне
Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең программалары тураһында һөйләне
Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең программалары тураһында һөйләне
Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең программалары тураһында һөйләне
Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең программалары тураһында һөйләне
Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең программалары тураһында һөйләне
Башҡортостан Башлығы вазифаһына кандидаттар үҙҙәренең программалары тураһында һөйләне
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас